Хоҡуғыңдан файҙалан04.07.2015
Башҡортостан Хөкүмәте халыҡтың айырым категориялары өсөн торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәткә түләүгә субсидия биреү ваҡытын 2016 йылға тиклем оҙайтты.
Быйыл 1 ғинуарҙан 30 июнгә тиклем республикала ошо өлкәгә сығымдар стандарты күрһәткесе күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн 20 проценттан 15-кә тиклем, яңғыҙ пенсионерҙарға 20-нән 18 процентҡа тиклем кәметелгәйне. Субсидия алған башҡа кешеләргә был һан 20 процент кимәлендә ҡалдырылды.
Быйыл ай һайын кәмендә 46 мең ғаиләгә субсидия түләнгән. Уның күләме 1 871,5 һум тәшкил иткән. Республика ҡаҙнаһынан ошондай социаль ярҙам сараһына 30 миллион һумға яҡын аҡса бүленә.
Субсидияға ҡағылышлы мәғлүмәтте Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең рәсми порталында табырға мөмкин.