Хәүефһеҙлек хаҡына18.02.2012
Башҡортостан Республикаһының терроризмға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабының берлектәге ултырышы уҙғарылды.
Унда Рәсәй Федерацияһы Президентын һәм Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы депутаттарын һайлау алды кампанияһында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды, шулай уҡ Өфөнөң тимер юл станцияһы менән тимер юлы вокзалында террористик ғәмәлдәргә юл ҡуймау буйынса команда-штаб уҡыуҙарына йомғаҡ яһалды.
Ултырыш барышында һайлау кампанияһы осоронда именлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә саралар ҙа тикшерелде.
Команда-штаб уҡыуҙарына йомғаҡ яһап, сарала ҡатнашыусылар үҙ маҡсатын һәм бурысын үтәне, тип билдәләнде.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад