Күберәк түләйәсәкбеҙ04.07.2015
Мәғлүм булыуынса, 1 июлдән коммуналь ресурстарға тарифтар күтәрелде.
Газ 7,5 процентҡа ҡиммәтләнде. Электр энергияһы — 8,5, йылылыҡ — уртаса 11,4, һыу бүлеү һәм һыу менән тәьмин итеү хеҙмәте 22 процентҡа артты. Июнь айы квитанцияһында бирелгән мәғлүмәткә ярашлы, һалҡын һыуҙың кубометры 21 һум 16 тингә (1 ғинуарҙан 18,5 һум ине) барып баҫасаҡ, бүленгән һыуҙың кубометры 14,5 һум булһа, бынан ары 18,44 һум тәшкил итәсәк, йылылыҡ энергияһының гигакалорияһы өсөн 1 774 һум 31 тин түләйәсәкбеҙ.
“Баштариф”та әйтеүҙәренсә, ресурс менән тәьмин итеүсе һәр ойошманың үҙ тарифы бар. Коммуналь хеҙмәт өсөн граждандар түләгән аҡсаның Рәсәй Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән индексы 17,6 процент тәшкил итә. Аныҡ коммуналь хеҙмәттең хаҡы түгел, ә улар өсөн дөйөм түләүҙең артыуы хаҡында һүҙ бара был осраҡта.