Ауылдың тыныслығы кемгә бәйле?18.02.2012
Ауылдың тыныслығы кемгә бәйле?Бер көн мәктәптән ҡайтҡан Мәғәсүмде атаһы саҡырып ала ла, сер һаҡлауын үтенеп, бүләккә... мылтыҡ тапшыра. Тәүҙә VII класс уҡыусыһы был хәлгә аптырай төшә, әммә аҙаҡ атаһынан һунар нескәлектәре хаҡында ҡыҙыҡһына башлай, уның менән беренсе һунарына сыға. Атай кеше тәүге көндәрҙә үк улында һунарсы оҫталығын шәйләһә, малай иһә зирәклеген, һиҙгерлеген күрһәтә...
Көндәшле ауылынан һунарсы Мәғәсүм Миңлеғәлиевтең киләсәген атаһының бүләге хәл итер, тип кем уйлаһын. Буй еткергән егеткә бүләк, ысынлап та, һөнәр һайларға ярҙам итә. Ул тормошон урмандан тыш күҙ алдына ла килтермәй, хатта ҡалала йәшәргә мөмкинлеге булһа ла, яҙмышын ауыл менән бәйләй. Урмансылыҡта оҙаҡ йылдар эшләп, урмансы-техник, егерь вазифаларын уңышлы башҡарып, хаҡлы ялға сыға. Әле лә Мәғәсүм ағай өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай. “Мотор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә егерь булып эшләй.
Ҡатыны Нәсимә лә иренең ҡурҡыныс та, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс та шөғөлөнә ҡаршы килмәй. “Ул һунарһыҙ йәшәй алмай, тормош йәмен тик шунда ғына күрә. Күңеле аҡ булғас, уңыш уны һис ҡасан да урап үтмәне, – ти ул. – Был шөғөл менән мауыҡҡаны бирле 400-ҙән ашыу бүре ауланы. Әйтеүе генә анһат, ә күпме ҡыйынлыҡ аша үтергә тура килде уға. Ауыл халҡының, хужалыҡтарҙың мал-тыуарын йыртҡыстарҙан һаҡлағанын иҫәпкә алһаң, ни тиклем файҙалы шөғөл икәнен аңлайһың”.
Ауылдың тыныслығы кемгә бәйле?Теп-теүәл 403 бүре атҡан һунарсы Мәғәсүм Исламғәле улының кешеләргә һөйләрлек мажаралары бихисап. Былтырғы һунар осоронда, мәҫәлән, 13 бүренән торған өйөрҙөң 12-һен атып алған. Ә бер көндө хатта бишәүһен бер юлы аулай.
– Бер бүре өйөрөн күҙәтеп йөрөүемә өс йыл тирәһе булғандыр, моғайын. Улар бер урында түгел, тиҫтәләгән саҡрым аралағы сиктәш район урмандарын арҡырыһын-буйына гиҙә. Ҡыш уларға тамаҡ туйҙырыуы еңелдән түгел. Әммә эҙҙәренән табырға була, – тип һөйләй тәжрибәле һунарсы. – Өйөр сабып барғанда иң тәүҙә баш бүрене юҡ итеүҙе хәстәрләнем. Ул бик көслө, ҙур тиҙлектә ҡалғандарынан күпкә алдан бара. Тәүге атыуҙан уны йыға алманым, туҡтап, миңә табан килә башлағас, икенсегә атҡас ҡына ергә ауҙы.
Бүре эҙенән Мәғәсүм ағай саңғы менән дә йөрөй, “Буран” мотосанаһында ла елдерә. Яғыулығы етмәгән саҡта атҡан бүреләрен ҡарға күмеп, һуңынан барып алған саҡтары күп уның. Ул ҡарға ла, ямғырға ла, ел-дауылға ла бирешмәй, йыртҡыстарҙы аулауын дауам итә.
Тәбиғәт ҡанундары буйынса урман санитарҙары йәшәргә хаҡлы, әммә уларҙың артыҡ күп үрсеп китеүе лә хәүеф-хәтәр тыуҙыра. Шуға ла һунарсылар был киҫкен мәсьәләне ыңғай хәл итә лә инде.
Миңлеғәлиевтәр бына 34 йыл инде матур донъя көтә, ауылдаштарына һәр яҡлап өлгө күрһәтә. Балалары ла ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Өлкән улдары Марат – Бөрө дәүләт социаль педагогия академияһында эшләй, педагогия фәндәре кандидаты, докторлык диссертацияһын яҡларға әҙерләнә. Ҡыҙҙары Әлфиә — Свердловск өлкәһендә “Уралбиофарм” йәмғиәтендә әйҙәүсе белгес. Ә төпсөктәре Мадис Бөрө урмансылыҡ хужалығында эшләй. “Кинйә улыма һунар оҡшай, мылтыҡ та һатып алды”, – ти йорт хужаһы.
Ауылдаштары Мәғәсүм ағайҙы ихтирам итә, уның тырышлығы һөҙөмтәһендә йыртҡыстар ауылға килмәй. Шуға төн йоҡолары тыныс уларҙың.
Самат ҒӘЛИН
Балтас районы.


Вернуться назад