Белорет районының Арышпар ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Межгорье ҡалаһында йәшәгән туғаныбыҙ, яҡын кешебеҙ Фәриҙә Хабрахман ҡыҙы Ғизәтуллинаны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!Ҡәҙерлебеҙ үҙенең хеҙмәт юлын балаларға белем биреүгә арнап, һис ҡасан да көсөн йәлләмәне, ваҡыт менән иҫәпләшмәне. Уңғанлығы, алсаҡлығы менән дуҫтарының һәм, ғөмүмән, замандаштарының ихтирамын яуланы.
Яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, эшендә уңыштар, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Балаларының игелеген, хөрмәтен, ейәнсәре Әминәнең шатлығын күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек,
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек!
Иң изге теләктәр менән
әсәһе һәм туғандары.