Һаҡ булығыҙ: иҫерек водитель!03.07.2015
Бер-ике аҙна элек Ауырғазы районында 9 йәшлек малай машина аҫтына эләгеп, һәләк булды... Күп тә үтмәне, Бөрйән районы үҙәгендә иҫерек полицейский 17 йәшлек үҫмерҙе тапатты... Уҙған аҙнала эскән килеш рулгә ултырған водитель арҡаһында 31 йәшлек ҡатын вафат булды, уның ҡыҙы ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләкте. Мәҡәләне яҙып бөтөүгә тағы бер аяныслы хәбәр: Туймазы районында иҫерек ир әсәле-уллы йәйәүлеләрҙе бәрҙергән, ике йәшлек сабый фажиғә урынында йән биргән...

Юл йөрөү хәүефле...

Юл-транспорт фажиғәләренә ҡағылышлы көндәлек ваҡиғалар теҙмәһенән сәс үрә тора. Бер тәүлек эсендә генә — тиҫтәләгән авария. Ә бит былар ҡоро һандар ғына түгел. Һәр фажиғә артында күпме яҙмыш... Берәүҙәр — ҡәҙерле балаһын, икенселәр — ата-әсәһен, өсөнсөләр йәрен юғалта. Иң аяныслыһы: фажиғәләрҙең күпселегендә эскән килеш “тимер ат”тарында елдерергә яратыусылар ғәйепле. Күҙ алдына баҫтырығыҙ: йыл башынан Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 15 меңдән ашыу водителгә ҡарата акт төҙөлгән, эскән килеш рулгә идара итеүселәр арҡаһында 103 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 17 кеше һәләк булған, 400-ҙән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алған. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, иҫерек водителдәр арҡаһында Рәсәй юлдарында йыл һайын ике меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә... Ә былтыр иһә был күрһәткес өс меңдән ашҡан. Ҡот осҡос һандар!


Полина әсәйһеҙ ҡалды

Үткән йома иртәнге сәғәт 9-сы яртыла баш ҡаланың Әй һәм Баҡалы урамдары киҫелешендә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһе күптәрҙе тетрәндерҙе. Шаһиттар әйтеүенсә, юғары тиҙлектә елдергән “Ауди Q7” автомобиле водителе рулгә идара итә алмай, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “Лифан”, “Сузуки Гранд Витара”, “Опель Зафира” автомашиналары менән бәрелешә. Ҡот осҡос аварияла “Лифан” автомобиленә идара иткән 31 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлә, уның 8 йәшлек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.
Тикшереү һөҙөмтәләре юл ҡағиҙәһен боҙған 38 йәшлек “Ауди” водителенең эскән булыуын күрһәтә. Асыҡланыуынса, ул быға тиклем дә тиҙлекте арттырып йөрөргә яратҡан. Күрәһең, күп һанлы штрафтар бер нисек тә һабаҡ була алмаған. Ҡанында яҡынса ярты шешә спиртлы эсемлек табылған водитель зыян күрмәгән, уның ғүмерен салондағы хәүефһеҙлек мендәре ҡотҡарып ҡалған. Ә бына эргәһендәге пассажир дауаханаға эләккән.
Мәҡәләне әҙерләгәндә ниндәйҙер мөғжизә менән генә тере ҡалған 8 йәшлек Полинаның хәле менән ҡыҙыҡһынып, дауаханаға шылты­раттыҡ. Табиптар әйтеүенсә, әле ул реанимация бүлегендә, ҡатмарлы операция үткәр­гән.
Әлеге яңылыҡтан бер аҙ тынысланыуға, тағы бер хәбәр: Нефтекама һәм Яңауыл трассаһында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә “ВАЗ-2107” автомобиленең хужаһы һәм уның 6 йәшлек ҡыҙы вафат булған. Шаһиттар мәрхүмдең ауыр яраланған ҡатынын һәм бер йәшлек ҡыҙын автомобиль салонынан сығарып өлгөрә лә бит... тик ҡалғандарын ҡотҡарырға һуң була.

Ике көндә — 439!

Ғөмүмән, Рәсәйҙә юл хәрәкәте проблемаһы ни тиклем киҫкен икәнлеген аңлатырға кәрәкмәй – үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ. Юл-транспорт ваҡиғалары һаны буйынса илебеҙ донъяла тәүгеләр рәтендә. Йыл да 200 мең самаһы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, уларҙа 27 меңләп кеше һәләк була, 250 меңләгәне төрлө тән йәрәхәте ала. Һуңғы ваҡытта иҫерек автоһәүәҫкәрҙәрҙең әүҙемләшеүе сәбәпле, үткән ял көндәрендә респуб­ликаның ЮХХДИ идаралығы эскән водителдәргә ҡарата дөйөм рейд иғлан иткәйне. Күрһәткестәр һағайта: ике көн эсендә 439 эскән водитель ҡулға алынған.

300 мең һум штраф йәки
ике йылға төрмәгә

Иҫерек водителдәргә ҡарата законды ҡатыраҡ итеү хаҡында күптән һөйләйҙәр. Интернет селтәрендә ундай автоһәүәҫкәрҙәрҙе хатта үлем язаһына тарттырырға тигән тәҡдимдәр бар. Һис тә юҡтан тыумай бындай фекер. Әле депутаттар ҡанунға йәнә үҙгәрештәр индерҙе: 1 июлдән эскән килеш рулгә ултырыусыларға штраф күләме дүрт тапҡырға артты, йәғни 300 мең һумға етте. Бер эләгеп тә аҡылға ултырмағандарға йәнә штраф һалына йәки ике йылға иркенән мәхрүм ителеү янай.
Юл-транспорт ваҡиғаларының 80 процентында водителдәр ғәйепле булыуы билдәле. Эйе, әгәр ҙә улар рулгә эскән килеш ултырмаһа, тиҙлеген арттырмаһа, уйламайынса алдағы автомобилде уҙырға тырышмаһа, ҡорбандар ҙа улай күп теркәлмәҫ ине... Терһәкте тешләп булмай, тиҙәр, әммә тыйылырға мөмкин: эсәһең икән — такси саҡырт, рулдә йөрөү ҡурҡытһа, йәмәғәт транспортын файҙалан. Әле Интернет селтәрендә депутаттарҙың эскән килеш рулгә ултырыу мәсьәләһенә ҡәтғи тотоноуын тикшерәләр. Берәүҙәр яҡлай, икенселәр яманлай. Һәр кемдең үҙ фекере. Был осраҡта кемдеңдер ғәйебе арҡаһында иң ҡәҙерле кешеһен юғалтҡандарҙы ла, һаҡһыҙлығы сәбәпле иркенән мәхрүм ителергә тейешленең яҡындарын да аңларға була кеүек. Әммә берәү ҙә һине көсләп эсереп, руль тоттороп ебәрмәй бит. Был юлды һин үҙең һайлайһың.


Вернуться назад