Туныңды һалырға ашыҡма18.02.2012
Туныңды һалырға ашыҡмаАуырғазы районының Мораҙым ауылы почтальоны Фәрзәнә Яхина иртәнән кискә тиклем ҡайтып инмәй, көнөнә ун километрҙан ашыу юл үтә. Быйылғы зәһәр ҡыштың һалҡын тынын ауылда унан да яҡшыраҡ тойоусы юҡтыр, моғайын. “Ҡат-ҡат кейенеп йөрөһәм дә, сирләп киттем. Белеүегеҙсә, беҙ хат һәм гәзит-журнал ғына ташымайбыҙ, өйҙәргә инеп, пенсия ла таратабыҙ, кәрәк-яраҡ та һатабыҙ. Йылынан ҡапыл һыуыҡҡа сығыу эҙһеҙ үтмәгәндер инде”, – ти ул.
Өфөлә термометр – 34, республиканың көнсығышында 39 градус һалҡынды күрһәткән саҡта, ысынлап та, ауырып китеү өсөн күп кәрәкмәй. Йылы көндәрҙең кинәт һыуытып ебәреүен бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары сиренән яфаланыусылар ауыр кисергән – инсульт, инфаркт осраҡтары йышайған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл Башҡортостанда ныҡ өшөүҙән төрлө ағзаларын туңдырыусылар ҙа күбәйгән. Февралдең тәүге аҙнаһында 80 кеше ошо сәбәпле табиптарға мөрәжәғәт иткән, 25-ен дауаханаға һалғандар, ә Туймазы ҡалаһында бер кеше туңып үлгән. “Әгәр һауа дымлы булһа һәм көслө ел иҫһә, тәндең 15 градус һалҡында ла туңыуы ихтимал”, – тип иҫкәртә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы Венера Мостафина.
Ошо уҡ министрлыҡтың өлкәндәргә медицина ярҙамын ойоштороу буйынса бүлек хеҙмәткәре Артур Трубин әйтеүенсә, тән ағзаһының туңыуын уның буҙарыуынан, әсетә йә ҡысыта башлауынан, күпертке сығыуынан белергә мөмкин. “Күптәр бындай осраҡта араҡы эсергә кәрәк тип иҫәпләй. Был – ҙур хата, сөнки спирт ҡан тамырҙарын тарайта һәм туңыуҙы тағы ла көсәйтә. Ҡайһы берәүҙәр өшөгән ерен ҡар менән ышҡый. Шулай уҡ дөрөҫ түгел. Иң яҡшыһы – йылы бүлмәгә инеү, ҡанды йүгертеү өсөн аспирин, шәкәрле эҫе сәй эсеү, туңған урынды стерилләнгән бинт менән урау”, – ти Артур Рауил улы. Белгестәр һалҡында синтетик кейем кеймәҫкә, тәбиғи туҡымаларға өҫтөнлөк бирергә ҡуша.
Быйыл рәсәйҙәр генә түгел, Европа менән Африка илдәре халҡы ла ҡышты өшөп үткәрә. Мәҫәлән, Румынияла ете метрлыҡ көрт барлыҡҡа килгән, ауыл һәм ҡалаларҙа электр сымдары эштән сыҡҡан. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Закир Хужәхмәтов әйтеүенсә, ҡаты ҡыш ҡотҡарыусыларҙы әллә ни аптыратмаған. “Сит илдәр өсөн ҡырыҫ шарттар оло бәләгә әүерелһә, беҙҙең яҡта бындай түбән температура ғәҙәти һанала. Республикала халыҡтың көнкүрешенә зыян килтерерҙәй ҙур аварияларға юл ҡуйылманы. Янғындарҙың йышайыуы ғына үкенесле. 26 ғинуарҙан 6 февралгә тиклем 166 осраҡ теркәлде, 26 кешенең ғүмере өҙөлдө. Былтыр ошо уҡ ваҡыт эсендә 112 янғын сыҡҡан, уларҙа 17 кеше һәләк булған”, – тине ул. Быйылғы янғындарҙың яртыһынан күбеһе электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмауға, уларҙың төҙөк булмауына, электр селтәрендә көсөргәнешлектең артыуына бәйле. “Кешеләр үҙ ғүмере өсөн яуаплылыҡ тоя башлаһа, бәлә-ҡаза кәмер ине”, – ти Закир Зиннур улы.
Африкала ҡар ятһа, Башҡортостанда, киреһенсә, быйыл ҡара ер күренә. Яуым-төшөмдөң булмауы почтальон Фәрзәнә Салауат ҡыҙына файҙаға ғына. “Ҡыш көрт ярып йөрөүе ҡыйын, бигерәк тә кешеләрҙең ихатаһына ингән саҡта. Быйыл атлауы еңел”, – ти хат ташыусы. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы белгестәре, ҡарһыҙ ҡыштың эҙемтәләре уңышҡа насар йоғонто яһап ҡуймағайы, тип борсола. “Ҡар булмаһа ла, ерҙә көҙҙән ҡалған дым бар, тип тынысланырға мөмкин. Шулай ҙа ерҙең асыҡ ятыуы, һалҡындарҙың дауам итеүе ужым, бигерәк тә көҙгө бойҙай өсөн хәүефле. Ай аҙағынаса ҡар яумаһа, культураның 20 проценты самаһы юҡҡа сығыуы ихтимал. Мартҡа өмөт бағларға ғына ҡала”, – тине беҙгә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек бүлегенең баш агрономы Таһирйән Мөхәмәҙиев.
Фән һәм техника ни тиклем үҫешһә лә, кешелек тәбиғәт алдында көсһөҙ. Һауа торошондағы көтөлмәгән үҙгәрештәр көнкүрешебеҙгә, һаулығыбыҙға, тотош төбәктең иҡтисадына туранан-тура тәьҫир итә. Быға ҡаршы тороуы ҡыйын. Синоптиктар телендәге “һауа торошондағы үҙгәрештәр сценарийына”, йәғни яҡынса күҙаллауҙарға таянып, иҫкәртеү сараларын күрергә генә ҡала. Сценарий буйынса ниндәй “тамашалар” көтөлә икән? Был һорауға “Башгидромет” үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева яуап бирҙе.
– Бындай зәһәр ҡыш беҙҙә ике йыл һайын тиерлек ҡабатланып тора. Республика халҡы быға өйрәнеп тә бөткәндер инде. Һуңғы осорҙа иң түбән температура 2006 йылда теркәлде, термометр ярты ай буйы – 44 градусты күрһәтте. 2008, 2010 йылғы ҡыштар ҙа һалҡын килгәйне. Быйыл февралдең тәүге ун көнөндә шулай уҡ ғәҙәттәгенән нығыраҡ һыуытты. 20 февралгә тиклем ҡәҙимге ҡышҡы температура буласаҡ, ҡар көтөлмәй. Ҡағиҙә булараҡ, ай аҙағында һиҙелерлек йылытыуы ихтимал, – тине ул.
Анна Константиновна әйтеүенсә, мартта һауа температураһы нулдән түбән буласаҡ, яҙ һулышы 8-10 апрелдә генә һиҙеләсәк. Тимәк, почтальон Фәрзәнә Яхинаға ла, ҡалғандарға ла йылы кейемдәрҙе һалырға иртәрәк.
Нурзиә ХӘСӘНОВА


Вернуться назад