Кемдәр ташламаға эйә?03.07.2015
Ер өсөн һалымдың кү­ләме байтаҡ ҡына. Кем­дәр­гә был йәһәт­тән ташлама яһалыуы хаҡында яҙһағыҙ ине.

З. МӨСЄЛИМОВА.
Мишкә районы.

Был һорауға яуап би­рер өсөн Рәсәйҙең Ћалым ко­дек­сындағы 391-се статьяның 5-се пунктын ҡарайыҡ. Тү­бән­дә таш­ла­маға эйә булған­дарҙың исемлеген бирәбеҙ:
l Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Ге­ройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары;
l бала саҡтан инвалидтар;
l I һәм II төркөм инвалидтары;
l Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары;
l радиоактив зарар алыу һөҙөмтәһендә социаль ярҙамға хоҡуҡлылар (Чернобыль АЭС-ындағы, “Маяҡ” етештереү бе­рекмәһендәге һәләкәт­тәргә, Семипалатинск поли­го­нындағы һынауға эләккәндәр);
l ядро һәм термоядро ҡоралын һынауҙа, хәрби объекттарҙа ядро шартлауы эҙемтәләрен бөтө­рөүҙә туранан-тура ҡат­наш­ҡандар;
l һынауҙар, уҡыуҙар, шул иҫәптән ядро ҡо­ралын һәм космос тех­никаһы, башҡа ядро ҡо­ролмалары менән бәй­ле бүтән эштәр ваҡытын­да нурланғандар йәки уның менән сирләгәндәр.


Эше барҙың...

Әсәйемдең бер ту­ған апа­һының хеҙмәт стажы – дүрт йыл. Быға сит илдә йәшәүе һәм унда Рәсәйҙән күсеп килгәндәрҙе эшкә алып бармауҙары сә­бәпсе. Шуға инәйем йорт хужа­бикәһе бул­ған. Быйыл ул, ире үлгәс, Башҡорт­останға күсеп ҡайт­ты. Туғаныбыҙ ҡасан хаҡлы ялға сыға ала? Пенсия күләме күпме икән?

Азалия.

Өфө ҡалаһы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ту­ға­ны­ғыҙ 55 йәштән хаҡлы ялға сығыуға хо­ҡуғы булғандар исемле­генә инә алмай. Бының өсөн кәм тигәндә биш йыл страховка стажы кәрәк. Быйыл 1 ғинуарҙан был талап хатта алты йылға тиклем арттырылды. Љатынға 60 йәш тулғас, пенсияға сыға ала. Бөгөн уның күләме – 4323,74 һум. Быға тағы йәшәү минимумы сум­маһына етке­реү өсөн өҫтәп аҡса түләүҙәре ихтимал.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара


Вернуться назад