Ул – Буранбай сәсән тоҡомонан!03.07.2015
Ул – Буранбай сәсән тоҡомонан!Арыҫлан Мөбәрәков исемендәғе Сибай дәүләт драма театры сәхнәһендә бихисап сағыу образ тыуҙырған, башҡортса ла, урыҫса ла таҙа һөйләшкән бөркөт ҡарашлы, баҫҡан урынында ут сәсрәтер Арсен Шәйхисламовтың ҡалала үҫкәнен ҡайһы берҙәр белмәйҙер ҙә. Туған халҡының тарихын, мәҙәниәтен, телен ихтирам иткән, мөкиббән яратҡан талантлы артист һәм алып барыусы бер нисә һорауыбыҙға ихлас яуап бирҙе.

— Сәләм, Арсен! Кәйеф нисек?
— Сәләм! Яҡшы ғына, шөкөр.
— Һинең кеүек яғымлы, бәр­хәт тауышлы алып барыусыны бер кем менән дә бутау мөмкин түгел. Телгә һөйөү ҡайҙан килә?
— Әлбиттә, ғаиләнән. Атайым — данлы Буранбай сәсән тоҡомонан, был рух миндә лә йәшәй, күрәһең. Әсәйем Миңлебикә Ғәле ҡыҙы ғү­мер буйы башҡорт теле һәм әҙә­биә­тенән уҡытты. Өйҙә тик үҙе­беҙсә аралаштыҡ. Хәтеремдә, ағайым менән балалар баҡсаһынан ҡайт­ҡас, урыҫса һөйләшә башлаһаҡ, атайым: “Әсәһе, ҡара әле, беҙгә был урыҫ малайҙары ҡайҙан килгән?” — тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерер ине.
Атай-әсәйемдең үҙ-ара ҡысҡы­рышҡаны ла, беҙгә тауыш күтәргәне лә булманы. Ипләп кенә киҫәтерҙәр ине. Атайым уҫал ғына бер ҡарап алһа, ниҙелер яңылыш эшлә­гә­небеҙҙе тоя торғайныҡ. Мәктәптә лә Буранбай тоҡо­мо­нан булғанлығыбыҙ өсөн ғо­рур­ланып үҫтек. Ике телдә лә яҡшы аралаша алыуыбыҙ — атай-әсәйебеҙҙең тәрбиә емеше.
— Һеҙ — артист та, алып барыусы ла. Ике һөнәр бер-береһенә ҡамасауламаймы?
— Юҡ, киреһенсә, бер-береһен тулыландыра. Ҡала, республика кимәлендәге барлыҡ сарала тиерлек ҡатнашам, режиссерҙарға рәхмәт — ролһеҙ ҡалғаным юҡ. Һәр ергә өлгөрөргә, ауырлыҡтарҙы йырып сығырға өйрәнелгән.
— Спектаклдәрҙә күберәк драматик образ тыуҙыраһығыҙ. Тағы ла ниндәй һыҙатлы кешене һынландырырға теләр инегеҙ?
— Классика күңелемә яҡын, айырыуса тарихи образдар ҡыҙыҡ­һындыра. Мәҫәлән, халҡыбыҙҙың Ҡаһым түрә, Салауат, Буранбай сәсән кеүек батыр улдары.
— Сәхнәнән китеү уйы тыуғаны булманымы?
— Сәхнә һине бер арбаған икән, унан ҡасып та, йәшенеп тә, ҡайҙалыр китеп тә булмай. Ул арымай-талмай эшләүҙе, үҙен хөрмәт итеүҙе, яратыуҙы, йәнең-тәнең менән бирелеүҙе талап итә.
— Бөгөн ҡайһы бер мил­ләттәштәребеҙ, балама килә­сәктә еңел булһын, юғары уҡыу йортона инһен, тип өйҙә вата-емерә урыҫса аралашырға тырыша. Быға нисек ҡарайһығыҙ?
— Барыһы ла — тәртип, үҙ-ара мөғәмәлә, туған телеңде, хал­ҡың­ды, Ватаныңды яратыу, хөрмәт итеү — ғаиләнән башлана. Хатта ҡайһы бер билдәле мил­ләт­тәш­тәребеҙ балаларының башҡортса белмәүенә хайран ҡалам. Ә үҙҙәре трибунанан милләтем, телем тип ярһып сығыш яһай... Ата-әсә үҙ тормошо, ғәмәлдәре менән балаһына өлгө күрһәтергә тейеш. Миңә ошондай ҙур бәхет насип булды. Шуның өсөн атай-әсәйемә рәхмәтем сикһеҙ.


Вернуться назад