Бер-беребеҙгә тоғро ҡалайыҡ!03.07.2015
Һаумы, ҡәҙерле “Баш­ҡортос­тан”ым! Йылына ике тапҡыр яҙылыу йолаһына тоғро ҡалып, быйыл да һинең менән тоғро дуҫтар буласаҡбыҙ.

Гәзитте мин 1964 йылдан башлап алдырам. Сәләмәтлек булһа, ярат­ҡан баҫмамдан өҙөлмәҫмен, тим. Яңыраҡ Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен уҡып кинәндем. Ошондай фәһемле яҙмалар күберәк бирелһен ине. Сканвордты ла көтөп алам, унан үҙем өсөн байтаҡ фай­ҙалы мәғлүмәт туплайым. Рәхмәт һиңә, “Башҡортостан”!


Вернуться назад