Кешелек донъяһының борон-борондан килгән ғәжәп бай, мәғәнәле һәм фәһемле рухи мираҫы үә ҡиммәттәре бар. Быуындан-быуынға һөйләнеп, хәтерҙән-хәтергә еткерелеп, яҙмаларҙа теркәлеп, быуаттар төпкөлөнән беҙҙең заманғаса килеп еткән изге ҡомартҡыларҙың береһе – пәйғәмбәрҙәр тарихы. Ул – кешелектең асылына, тәбиғәтенә, мәғәнәһенә ҡарата ҡараш, ғилем-тәғлим дә, донъя, ғаләм тураһында уй-фекер ҙә, тормош, булмыш, йәшәйеш, йәмғиәт тураһында белем, мәғлүмәт, ҡанун да, дин дә...Пәйғәмбәрҙәр – Аллаһ Собхана үә Тәғәләнең илселәре. Уның, ризыҡландырыусының, оло ҡеүәт һәм ниғмәт эйәһенең, хәбәрҙәрен, әмерҙәрен, теләктәрен, шарттарын, ҡанундарын, хөкөмдәрен, тыйыуҙарын бәндәләргә бөтә дөрөҫлөгөндә еткереүсе ғәҙәттән тыш сифаттарға эйә әҙәми заттар. Иң бөйөктәр, аҡыллылар, зирәктәр, белемлеләр, иң игелеклеләр, намыҫлылар, тоғролоҡлолар, алдан күреүселәр, йәғни Хаҡ Тәғәләнең рәхмәте менән һайланып ҡуйылған, һүҙҙәре һис ҡасан ғәмәлдән айырылмаған, әхлаҡ-әҙәптең, имандың барлыҡ аҫыл үрнәктәренә эйә күркәм шәхестәр. Рәсүлдәргә илаһи һәләттәр бирелгән, улар ябай кешеләрҙең хәленән килмәгәндәрҙе атҡарыу ҡөҙрәтенә эйә. Илаһ илселәренең йөрәктәрен яуыз уйҙан, мәкерҙән, аҫтыртынлыҡтан, алдаҡтан, ике йөҙлөлөктән һәм башҡа йәмһеҙ сифаттарҙан һаҡлаған, мәрхәмәтлелек, тоғролоҡ, ғәйрәтлелек менән һуғарған. Пәйғәмбәрҙәрҙең барыһына ла биш төп сифат хас: фәҡәт хаҡты һөйләү; аманатҡа тоғролоҡ; бар ҡыйынлыҡтарға ҡарамай Аллаһ Тәғәләнең әмерҙәрен, тыйыуҙарын еткереү көсөнә эйәлек; зиһенлелек, аҡыллылыҡ, фекерлелек, аңғарыусанлыҡ, тәрән мәғәнәлелек; сафлыҡ, әҙәплелек, гонаһһыҙлыҡ.
Бөйөк Ижадсының ҡөҙрәте менән пәйғәмбәрҙәрҙең йөрәктәре илаһи тибрәлештәрҙе сағылдыра, хәбәрҙәре фәрештәләр аша мөғжизәле күренештәр менән раҫлана. Бәндәләр пәйғәмбәрҙәргә ышанһындар өсөн, уларға ғәжәп ҡылырлыҡ сифаттар бүләк ителгән. Әйтәйек, ауырыуҙарға шифа, сихәт биреү, ала тәнлеләрҙе сәләмәтләндереү, һуҡырҙарҙы күҙле итеү, Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән үлгәндәрҙе тергеҙеү, Күктән ризыҡ индереү... Ошо мөғжизәләргә эйә Ғайса пәйғәмбәр мәлендә Ер йөҙө ғәҙеллек, мал, ниғмәт менән тулған. Илселәргә, һис шикһеҙ, Илаһтың ихтыярын, мәғлүмәтен еткереүҙән башҡа мөһим бурыс юҡ. Быны атҡарыу өсөн улар бөтөн ҡөҙрәтен, хатта йәнен биргән. Әйткәндәй, пәйғәмбәрҙәргә лә йәндең ни икәне билдәһеҙ. Сөнки йән, йәғни рух, Бөйөк Ижадсының тылсымы үә әмере, уның нимә икәнен Аллаһтан башҡа һис кем белмәй. Илаһтан ҡәтғи ҡанундар һәм Китап алған бәғзе пәйғәмбәрҙәрҙе рәсүле алла йәки хәҙрәте рәсүл, йәғни Аллаһ илсеһе, ә әүәлге илсенең эшен дауам итеүселәрҙе нәби алла, йәғни Аллаһ хәбәрсеһе, тиҙәр.
Башҡа ер кешеләре, ҡәрҙәштәре кеүек тамаҡтарын туйҙырыу, кейенеү, бала-сағаһын ҡарау, етеш донъя көтөү өсөн улар ҙа тир түгеп эшләгән. Ҡыуанған, ҡайғырған, арыған, ҡартайған, ауырыған, үлгән. Былар барыһы ла Хаҡ Тәғәлә илселәренең ер кешеләре икәнен дәлилләй. Әммә ғәҙәти фиғелдәр пәйғәмбәрлек эшмәкәрлегенә ҡамасауламаған.
Иң тәүге инсан үә пәйғәмбәр – Әҙәм ғәләйһиссәләм. Ул – бар кешеләрҙең атаһы. Ер йөҙөндәге барса халыҡ изге рухлы Әҙәмдән, уның ҡатыны Һауанан һәм уларҙың балаларынан, нәҫелдәренән таралмыштыр. Кешенең сығышы, булмышы үә асылы йәннәттән килгән ошо илаһи заттарҙан.
Ҡиссала билдәләнеүенсә, Аллаһ Собхана үә Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләмде тупраҡтан яратҡан, йәғни ир – ул ер. Бының хикмәте нимәлә һуң? Бөйөк Ижадсы фәрештәләргә ерҙә хәлифә (кеше) яһаясағын хәбәр иткәс, һәр мәхлүк уны минән яратыр, тип үҙенең күркәмлеге менән ғорурланған. Ер генә: “Мин аяҡ аҫтында ятҡан бер меҫкен, минең ҡыуаныр яғым юҡ”, – тип тыйнаҡлыҡ күрһәткән. Шул сәбәптән Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде тупраҡтан бар иткән. Фәрештәләр ҡыҙыҡһынып һораған: “Ни өсөн һин Әҙәм тип аталдың?” “Ер йөҙөнән яратылғаным өсөн”, – тигән ул. “Әҙәм” һүҙе ер йөҙө тигәнде аңлаталыр.
Әҙәм ғәләйһиссәләм йылмайһа, ҡояш кеүек нурланған, ҡайһы тарафҡа әйләнһә лә нуры тулған ай кеүек балҡыған. Ул шул тиклем һоҡланғыс ки, уның матурлығына фәрештәләр хайран ҡалып: “Иң күркәм ҡәүем ҡылыусы Аллаһ Тәғәлә мөбәрәк үә олуғтыр!” – тигән.
Әҙәм ғәләйһиссәләмдең ҡабырғаһынан яратылған Һауа ла бик һылыу: күҙҙәре ҡара төҫтә, саф тауышлы, йөҙ толом сәсе бар, уларға ожмах ынйылары һәм яҡуттары үрелгән. Буйы Әҙәмдеке кеүек. Хаҡ Собхана үә Тәғәлә йөҙ өлөш гүзәллектең туҡһан өлөшөн Һауаға биргән. Ун өлөшөн йәнә йөҙгә бүлеп, туҡһан туғыҙын Йософ пәйғәмбәргә, береһен генә барса Ғаләм халҡына насип ҡылған. Әммә ғаләмдәр Раббыһының һөйөклөһө Мөхәммәт Мостафа ғәләйһиссәләмдең матурлығы үә нуры был йөҙ өлөш матурлыҡтан башҡалыр. Был йөҙ өлөш матурлыҡ пәйғәмбәребеҙ нурына ҡарағанда даръялағы бер тамсы кеүек кенәлер. Аллаһы Тәғәлә: “Әй хәбибем Мөхәммәт, һин булмаһаң, барса Ғаләмде яратмаҫ инем”, – тигән.
Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде яҡын күрә һәм хөрмәтләй. Фәрештәләргә Әҙәмгә сәждә ҡылырға әмер ҡыла, барлыҡ нәмәләрҙең исемдәрен өйрәтә, шәрифле ғилем бирә. Ул ожмахта хәҙрәте рәсүл урындығына ултырһа, баш өҫтөндә нурҙан етмеш мең ғилем тота. Шул нурҙан килгән ғилем айҡанлы яҡтырмаған ер ҡалмай.
Фәрештәләр Әҙәм ғәләйһиссәләмдең белеменә хайран ҡала. Хаҡ Тәғәләнән фәрештәләргә хитап ҡылына: “Мин һеҙгә әйтмәнемме, Ерҙәге һәм Күктәрҙәге йәшерен нәмәләрҙе һәм һеҙҙең асыҡ үә йәшерен ҡылған эштәрегеҙҙе беләмен тип? Инде Әҙәмдең һеҙҙән ғилемлерәк икәнен күрҙегеҙме? Һеҙ – ғибәҙәт ҡылыусылар. Ә бер ғалим мең ғибәҙәт ҡылыусынан хәйерлерәк, сөнки ғилемлек ул Бар Ҡылыусының сифатынан. Унан кемгә ғилем, хикмәт бирелһә, тәхҡиҡ, был бәндәгә бик күп изгелектәр бирелгән”. Ғилемлек яҡшы ғәмәлдәр ҡылыу өсөн ҡулланылһа, күркәм фазилиәттер (өҫтөнлөк). Әммә ғилемлек теләү изге ғәмәл ҡылыу түгел, донъя маҡсаты өсөн генә булһа, ниндәй үкенес!
Хаҡ Тәғәләнең Әҙәм ғәләйһиссәләмгә киләсәк нәҫелен күрһәтеүенә ҙур хикмәт һалынған. Әҙәм ғәләйһиссәләм Аллаһ Тәғәләнән: “Былар кемдәр?” – тип һорай. Хитап ҡылына: “Улар ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр донъяға киләсәк балаларың”. Әҙәм бик күп күреп: “Йә Рабби, улар донъяға нисек һыйыр һуң?” – ти. Аллаһ Тәғәлә әйтә: “Уларҙы дүрт өлөш ҡылырмын. Бер өлөшө аталары арҡаһында, икенсе өлөшө инәйҙәре күкрәгендә, өсөнсө өлөшө ер өҫтөндә, дүртенсе өлөшө ер ҡуйынында булыр”. Әҙәм ғәләйһиссәләм күрә: ҡайһылары уң яғында – аҡ йөҙлөләр, ҡайһы берҙәре һул яғында – ҡара йөҙлөләр. Бәғзеләре – зәғиф, күҙһеҙ, аяҡһыҙ, бәғзеләре – сәләмәт. “Уларҙы ниңә тиң яратманың? – тип һорай Әҙәм. Яуап килә: “Аҡ йөҙлөләр ҡара йөҙлөләрҙе, сәләмәттәр зәғифтәрҙе, күҙлеләр күҙһеҙҙәрҙе, аяҡлылар аяҡһыҙҙарҙы күреп шөкөр ҡылһын өсөн шулай бар ҡылдым”. Әҙәм ожмахҡа керәсәк иманлылар тураһында ишетеп һөйөнә, тамуҡҡа инәсәктәрҙе күреп илай.
Әҙәм менән Һауа бар ҡылынған ваҡыттан уҡ Хаҡ Тәғәләнең талаптарын, тыйыуҙарын үтәү зарур. Үтәмәгәндәр ҡыйынлыҡҡа, бәхетһеҙлеккә дусар. Уның бойороғон тотмағаны өсөн Әҙәм ғәләйһиссәләмгә ун бәлә бирелә: беренсе – шелтә ала, икенсе – яланғас ҡала, ғәүрәте асыла, өсөнсө – йөҙө, тәне ҡарала, дүртенсе – ожмахтан сығарыла, бишенсе – Һауанан йөҙ йыл, икенсе риүәйәт буйынса ике йөҙ йыл айырылып тора, алтынсы – шайтан менән мөнәсәбәтендә дошманлыҡ көсәйә, етенсе – гонаһлы исемен күтәрә, һигеҙенсе – балаларына һәм малдарына шайтан ҡатыша, туғыҙынсы – донъя зинданына ябылып, һыуыҡ, эҫелек һәм төрлө ауырыуҙар менән һынала, унынсы – тормошонда мәшәҡәттәре күбәйә.
Хата эш ҡылған, бәлә тыуҙырған, шуның менән Әҙәмде яланғас һәм ҡайғылы иткән, ғәүрәте асылған, ожмахтан сығарылған Һауа, был гонаһы шомлоғонан уның ҡыҙҙары Ҡиәмәт көнөнә тиклем ун биш бәлә менән һынала: беренсе – хәйез (айлыҡ күрем) ҡаны күреү, икенсе – туғыҙ ай ҡорһаҡта бала күтәреү, өсөнсө – бәпес тапҡанда үлем әсеһен татыу, дүртенсе – ғиҙҙәт михнәте сигеү (ирһеҙ ҡалған ҡатын икенсе иргә бармай йөрөп торорға тейешле ваҡыт), бишенсе – ирҙәре хөкөмөндә һәм ирегендә булыу, алтынсы – талаҡты ирҙәрҙең генә әйтә алыуы, етенсе – мираҫ яртылаш кәм ҡылыныу, һигеҙенсе – шәһаҙәт (дәлил, таныҡлыҡ) биреүҙә, йәнә туғыҙынсы – аҡылда, унынсы – диндә кәм булыу, ун беренсе – сәләм биреүҙән, ун икенсе – йома үә йәмәғәт намаҙҙарынан, ун өсөнсө – пәйғәмбәрлектән, ун дүртенсе – батша булыуҙан, ун бишенсе – хәлифәлектән мәхрүм итеү.
Күркәм, һылыу ҡатын Һауа иблис вәсвәсәһенә бирелеп, йәннәт хозурынан һәм ниғмәттәренән айырыла, ире Әҙәм менән: “Раббыбыҙ, үҙебеҙгә золом ҡылдыҡ”, – тип өс йөҙ йыл илап, гонаһтарына тәүбә ҡыла. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтә: “Ирҙәр ҡатындарҙан өҫтөнөрәктер”. Бит иң әүәл Уның ҡөҙрәте менән Әҙәм, шунан һуң ғына тәненән Һауа ҡылына. Шуға ла иғтибар итәйек: ир өлөшө – ике, ҡатын өлөшө бер иҫәпләнә. Йәнә ирҙең нуры ҡатынына, унан балаһына күсә. Хаҡ Тәғәлә Әҙәм нәҫелен тура юлға күндерә, яман юлдан сығара.
Һауаға Әҙәмдән илаһи Нур күскәс, Шис, йәғни Һибәтулла ғәләйһиссәләм (Аллаһының бүләге), донъяға килә. Ҡиәфәт-килбәте, торошо атаһына оҡшаған, маңлайындағы нуры ҡояш нуры кеүек балҡый. Матурлығы, ғилеме, аҡыл тәрәнлеге менән башҡаларҙан айырылып тора. Хаҡ Тәғәләгә биргән ғәһеде буйынса, Шис ғәләйһиссәләм, атанан инәгә күсеп, табылған баланы бәлиғ булғансы шайтандан бикләгән нурҙы һаҡларға, саф, хәләл ҡатындар менән генә ҡауышырға, хәрәмдән, шөбһәле эштәрҙән үҙен ҡурсырға тейеш.
Хикәйәттә сағылыуынса, балалары һәм быуын-нәҫелдәре ҡырҡ меңгә тулғанда, мең йәшкә еткән Әҙәм ғәләйһиссәләм ауырып китә һәм, барыһын йыйып, уларға Аллаһ Тәғәлә ҡанундарын үтәргә, шайтанға алданмаҫҡа, аҙып-туҙып ҡатындарға йөрөмәҫкә бойора. Шис ғәләйһиссәләмгә өгөт-нәсихәттәр әйтә, айырыуса бишеһе менән ғәмәл ҡылырға һәм уларҙы балаларына васыят итергә ҡуша. Беренсеһе: күңелемде донъяға бағламаным, ожмахҡа бағланым, мәшәҡәт күрҙем; икенсеһе: һәр эшемдең ахырын уйламағаным өсөн ауыр хәлгә төштөм; өсөнсөһө: ҡатын һүҙенә ҡарама, мин ҡатын һүҙенә ҡарап бәләгә тарыным; дүртенсеһе: һәр эштә кәңәшләш, әгәр мин тыйылған тәғәмде ҡабыр алдынан фәрештәләр менән кәңәшләшһәм, ожмахтан сығарылмаҫ, ҡаза күрмәҫ инем, башлағанда эсең бошһа, ул эште ҡалдыр; бишенсеһе: Мөхәммәт Мостафа ғәләйһиссәләмдең нурын һаҡла.
Пәйғәмбәрҙең хәҙисендә әҙәмдәргә еткерелеүенсә, алты төрлө ҡош-йәнлекте үлтерергә ярамай: Әҙәм ғәләйһиссәләмгә юл күрһәткән ҡара ҡарғаны; Сөләймән ғәләйһиссәләмгә нәсихәт ҡылған ҡырмыҫҡаны; Нух ғәләйһиссәләм заманында, Әҙәм итенән дә тәмлерәк ит юҡ, тип әйтергә теләгән себендең телен тешләп, кешеләрҙе йыланға ризыҡ булыуҙан ҡотҡарған ҡарлуғасты; Сөләймән ғәләйһиссәләмгә илсе булған һөҙһөт ҡошон; Нәмрүт утына һыу һипкән һыу баҡаһын; бәндәләргә шифалы бал биргән бал ҡортон. Ҡоштар ғаиләһенән иң ғәжәбе иһә – Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән Ғайса пәйғәмбәр яһаған йөнһөҙ ҡанат менән оса алған ярғанат. Ул кеше кеүек көлә, ҡатындар кеүек хәйез күрә, йомортҡа һалмай, балаһы ҡарынынан сыға, көндөҙ күрмәй, аҡшамдан һуң бер сәғәт осоп йөрөп, ризыҡ эҙләй.
Әҙәм балаларына аманат ҡылыныуынса: “Әй ҡәрҙәш! Һәр ҡиссанан ғибрәт ал, золомдан һаҡлан. Золом үҙеңә лә, балаларыңа ла афәт, аһ-зар килтерәсәк. Иблис золом ҡылып, Әҙәмде ожмахтан сығарыуға сәбәп тыуҙырған өсөн ләғнәткә, мәңгегә тамуҡта ҡалыуға дусар булды, ниндәй ҙур хөрмәттән михнәткә төштө. Ғафил булма!”
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ,
филология фәндәре кандидаты.
(Дауамы бар).