Яҡлашыуҙан баш тартҡандар18.02.2012
Һигеҙ сәғәтлек эш көнө, үҙ профсоюз ойошмаһын булдырырға, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡларға, тулы социаль пакет менән тәьмин итергә, һәр хеҙмәткәрҙе билдәләнгән сауҙа нөктәһенә тәғәйенләргә... Аҙна башында ошондай талаптар менән Өфөләге “Евросеть” магазиндары эргәһендә берәр кеше ҡатнашлығындағы пикеттар үтте. Уны ошо компания хеҙмәткәрҙәре мәнфәғәттәрен яҡлап, республика анархистары ойошторған.
Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, ил буйынса компанияның 20 меңгә яҡын хеҙмәткәре көн һайын өсәр сәғәт артыҡ эшләй. Был компанияға көн дә 4 миллион һумлыҡ табыш килтерә. Әммә окладҡа өҫтәп бер кемгә лә түләмәйҙәр.
Пикеттар Өфөнөң “Ҡунаҡһарай”, “Галле округы” туҡталыштарында, Черниковка һәм Сипайлово биҫтәһендә булған. Уны ойоштороусылар “Евросеть” өсөн закон яҙылмаған”, “Иҡтисади ҡоллоҡҡа — юҡ” тигән плакаттар тотҡан һәм кешеләргә листовка таратҡан.
Иң ҡыҙығы шунда: ниңәлер “Евросеть” хеҙмәткәрҙәрендә уларҙың мәнфәғәтен яҡлаусылар кире ҡараш тыуҙырған. Уларға ла листовка таратырға тәҡдим иткәндән һуң, менеджерҙар шунда уҡ юғары етәкселеккә шылтырата башлаған. Акцияның аҙағында “Евросеть”тең хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре пәйҙә булған, ләкин был мәлдә берәү ҙә ҡалмаған.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад