Күңелдәрҙе лә биҙәй03.07.2015
Күңелдәрҙе лә биҙәйЙылдың иң оҙон көндәре. Ҡояштың артыҡ ҡыҙыулығы йәки ҡойма ямғырҙар тышҡа сығырға ирек бирмәгән саҡта буш ваҡытты нисек файҙалы итеп уҙғарырға? Мауыҡтырғыс шөғөлдәр байтаҡ, әммә ҡыҙҙар һәм әсәләр өсөн сигеү, бәйләү менән булышыуҙан да ҡулайырағы юҡтыр. Күңелде тынысландырған, яҡшы тойғолар менән байытҡан ижади эш бит ул!

Өфөләге магазин кәштәләрендә хәҙер Ҡөрьән аяттарын, хәҙистәрҙе сигеп яҙыу өсөн әҙер комплекттар күренгеләй башланы. Туҡымаһы ла, бисер һәм мулинеһы ла үлсәп һалынған, һатып алғас, һыҙмаһына ҡарап сигергә генә ҡала. Ә ни тиклем матур килеп сыға! Рамға урынлаштырып, иң ҡәҙерле кешеләреңә бүләк иткәндә...
Был эште кем башлаған, тиһе­геҙ­ме? Башҡорт егете Азат Камалиев. Баймаҡ районында үҫкән ул, заманында Башҡортостанда ғына түгел, илдә иң ҙур, данлыҡлы сов­хоз­дарҙың береһе “Йылайыр”ҙа баш иҡтисадсы булып эшләгән атаһын хеҙмәт­тәш­тәре ауыл хужалығы буйынса төплө фекерле, намыҫына тоғро, иманлы кеше тип белә.
Күңелдәрҙе лә биҙәйАуыл мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт универ­ситетының биология факультетына уҡырға ингән Азатты бер мәл тормош елдәре бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡайыра – Төркиәлә бе­лем алыу өсөн һайлап алынған студенттар төркөмөнә эләгә ул. Тыуған яғына төркиәтсе, шәрҡиәтсе булып ҡайтырға тейеш... Тик был юлы ла яҙмыш үҙенекен итә – егет Ҡырым ҡыҙы Зарема Аблаева менән таныша, өйләнә һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген бизнесҡа бәйләй.
– 2006 йылда дуҫтарым менән “Ярн Трейд” тигән фирма асып, бәй­ләмдәр өсөн иләнгән еп һәм фурнитура һата баш­лағайныҡ, – тип һөйләй бөгөн Азат. – Кәсебебеҙ уңышлы ғына барҙы, 2009 йылда сигеүҙәр һатырға то­тон­ғас, сауҙа әйләнеше тағы ҙу­райҙы. Башҡортостанда ҡул эштәре өсөн тауар төрҙәре буйынса тәүге урынға сығыуға өлгәштек. Иләнгән еп келәттәре араһында ла иң ҙуры беҙҙеке.
Баш ҡалалағы Үҙәк баҙарҙа, Комсомол урамында, Октябрь прос­пек­тын­дағы “Йүрүҙән” туҡталышында үҙ магазин­дарын асҡандар, Пугачев ура­мындағы келәт бина­һынан да та­уарҙы күмәртәләп һәм берәмтекләп һата­лар. Халыҡҡа бәйләү, сигеү, те­геү өсөн кәрәк-яраҡ тәҡдим итеү­селәрҙең күбеһе материалды ошонан килеп ала.
Күңелдәрҙе лә биҙәй– Сигеүҙәр хәҙер инде беҙҙең сауҙа әйләнешендә өстән бер өлөштө тәш­кил итә. Төрлө фирмаларҙан алабыҙ – Рәсәйҙекенән дә, сит илдекенән дә, – ти Азат. – Шулай ҙа киләсәктә Ислам дине темаһы, йәғни үҙебеҙ етеш­тергән шамаилдар менән ны­ғыраҡ шөғөлләнергә уйлайбыҙ. Хрис­тиандарҙа икона сигеү электән бар, шуны иҫәпкә алып башлағайным был йүнәлеште. Уңыш ҡаҙа­нырыбыҙға ышанам. Иң мөһиме – изге эш баш­ҡарабыҙ. Коллективыбыҙ, ғөмүмән, бик булдыҡлы, татыу, һәр ҡайһыбыҙ яҡшы һөҙөмтә өсөн тырыша.
Йүнсел егет һәр йәһәттән өлгөрә: дуҫтарына бизнес-пландарын бо­йомға ашырырға ярҙамлаша, хәйриә менән дә шөғөлләнә, ғаиләһендә өс бала тәрбиәләй, Төркиәлә алған белеме буйынса университетта уҡытып та алған быйыл. Маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк изгелек ҡылыу, матурлыҡты, ғәҙеллекте арттырыу.
“Аллаһ бер генә һәм Мөхәммәт – уның рәсүле”, “Хәҡиҡәттә Аллаһ ҡурҡыу тойғандар һәм изгелек ҡыл­ғандар яғында”, “Ожмах – әсәләрҙең аяҡ аҫтында”, “Ауырлыҡ янында һәр саҡ еңеллек бар”... Бына ошондай һүҙ­ҙәрҙе, аяттарҙы яҙыуға күҙ нурын һәм көсөн түккәндәргә, шул иҫәптән Азат Камалиевҡа ла шамаилдарға ҡарап һоҡланған, уйланған һәр кем өсөн сауап яуып торһон!


Вернуться назад