Ураҙаның һәр көнө – тормошҡа йәм03.07.2015
Әле яңыраҡ ҡына Рамаҙан айын оҙатып, Ҡәҙер кисен тап итергә тырышып, тормоштоң гүзәллегенә һоҡланып туя алмай йөрөгән инек. Күҙ асып йомған арала быйылғы изге айға ла аяҡ баҫтыҡ, йәғни 17 июндә Ураҙабыҙ башланды.

Йәшермәйем, ҙур тулҡынланыу ме­нән көтөп алған Рамаҙанды ғибә­ҙәт­тә, йәғни ураҙа тотоп үткәрергә ниәтләгән балалары өсөн атай-әсәйебеҙ борсолмай, хәүефләнмәй булдыра алманы. “Бы­йыл бит 20 сәғәткә яҡын йөрө­йә­сәк­һегеҙ, тәүлектең дүрт сәғәтендә генә ашап өлгөрәһегеҙме һуң?” – тип бо­шон­до улар. Ғәзиз балаһы өсөн һәр ата-әсә йәнен бирергә әҙер – ҡәҙер­леләребеҙҙең был һүҙҙәрен, өгөтләү­ҙәрен тотош аңлайбыҙ... Әммә бәлиғ йәшкә еткән, бар яҡлап та теүәл мосолман булараҡ изге айҙы ҡушылған ҡанундарға ярашлы үткәрмәү минең, беҙҙең өсөн ҙур хыянат кеүек тойолдо. Шуға күрә лә тәүәккәлләнек: Рама­ҙанды ғилем туплауға, нәфсене, хис-тойғоларҙы йүгәнләүгә, рухты, ихтыяр көсөн сыныҡтырыуға, изгелектәр эш­ләп ҡалыуға – ураҙаға – арнаныҡ.
Элекке йылдарҙа изге ай баш­ла­н­ғас та Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте ме­нән көндәр еләҫләнеп, ямғыр яуыр, томра эҫеләр ҙә бөтөр ине. Быйылғы июндең ҡыҙыулығына ишаралаған әсәйемде “Ураҙаның тәүге көнөнән үк һыуы­та­саҡ ул”, тип йыуаттым. Әммә Рама­ҙан­ды һынауҙан – үтә эҫе, ҡыҙыу ҡояшлы көндә – башларға насип итте беҙгә. Быға иһә беҙ, мосолмандар, рәхмәтле генә булырға тейеш­беҙ, сөнки гонаһ­тарҙан ҡотолоу, ғәфү үтенеү кеүек мөһим ғәмәлде йәйге селләлә дәррәү көс менән башларға яҙҙы. Артабан иһә ураҙабыҙ, һауа торошона ла, эш­тә, уҡыуҙа булыуыбыҙға ла ҡарамай, ихлас дауам итте. Бер ни­сә йыл рәттән тотоп, үҙем өсөн бәләкәй генә тәжрибә туплағанмын, шуны баш­ҡалар менән дә уртаҡ­лашмаҡсымын.
Йылдан-йыл ураҙаның еңелерәк, күркәмерәк кәйефтә үтеүе лә сер түгел. Әммә элек ҡояш байып, ауыҙ асҡан мәлдә беҙ ашҡаҙанды мөмкин тиклем туҡлыҡлыраҡ, күберәк ашам­лыҡ менән тултырырға тырыша инек. Һөҙөмтәлә аҡшам намаҙынан һуң орга­низмдағы бар “иғтибар” аш эш­кәр­теүгә йүнәлтелеп, йоҡо килә, арыта торғайны. Быйыл иһә тәртипте үҙгәр­тергә булдым: көнө буйы эсем­лекһеҙ, ризыҡһыҙ йөрөгән ашҡаҙанға тәүҙә таҙа, газһыҙ һыу, әҙләп кенә емеш-еләк төшөрәм. Унан инде аҡшам на­маҙын уҡыйым. Ошонан һуң ғына баш­­ҡа төрлө йылы ризыҡҡа тотонам. Бында ла сама менән генә, сөнки бә­ләкәсәйеп ҡалған ашҡаҙанды сиктән тыш тултырыу сәләмәтлеккә насар тәьҫир итә. Йәстү, тәрәүих, витр на­маҙ­ҙарынан һуң сәйләп кенә алам да, хәлемә ҡарап серем итәм йә башҡа төр ғибәҙәттәр ҡылам. Сәхәр ашын иһә башлыса ярма бутҡаларынан, һөт ри­зыҡтарынан, көнбағыштан, төрлө сәт­ләүектәрҙән әҙерләйем. Шәрбәт йә, киреһенсә, итле, тоҙло аҙыҡтарҙы әл­лә ни ҡулланмаҫҡа тырышам. Ты­ныс ҡына, ҡабаланмай ашап-эсеп ал­ғандан һуң, иртәнге намаҙға әҙерләнә башлайым.
Ошондай “тәртип” менән көн дауамында ихлас эшләргә лә, ғибәҙәттәр ҡылырға ла хәл, кәйеф табыла. Иң мөһиме – Рамаҙан айында ғына бул­ған сихри, илаһи күңел торошо, еңеллек, рәхмәтлелек хистәре менән биҙәлә һәр яңы көнөм.


Вернуться назад