Ташкент һабантуйы гөрләне03.07.2015
Ташкент һабантуйы гөрләнеҮзбәкстандың мәркәзе Ташкент ҡалаһында урынлашҡан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт һәм татар милли-мәҙәни үҙәктәре июнь айында Мирза-Олуғбәк паркында һабантуй уҙғарҙы. Күп милләтле Ташкент халҡы был байрамды көтөп ала. Ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡаршылай. Күңелдәргә шатлыҡ, шул уҡ ваҡытта һағыш өҫтәп, башҡорт-татар моңдары яңғырай...

Байрамда ике туғандаш халыҡтың милли аштарынан ауыҙ итергә, зауыҡ менән биҙәлгән ҡул эштәрен һа­тып алырға була ине. Тамашасылар һәм ҡунаҡтар өсөн төрлө ма­уыҡ­тыр­ғыс спорт уйындары ойош­торолғайны. Ҙур сәхнәлә милли моңдарҙан торған концерт барҙы. Унда, профессиональ артистар ме­нән бер рәттән, үҙеш­мәкәр түңә­рәк­тәр­ҙә шөғөл­ләнгәндәр ҙә ҡатнашты. “Йәш­лек”, “Дуҫлыҡ”, “Яҡташтар”, “Бай­рам” ансамбл­дә­ренең сығышы байрамға йәм өҫтәне. Марат Хә­ки­мов, Динара Ми­нәева, Фирүзә Халдарова, Ғәлиә Ханнанова, Зөлфиә Хәй­ретдиноваларҙың сы­ғы­шын ха­лыҡ яратып ҡабул итте, ә “Шатлыҡ”, “Күстәнәс” бейеү коллективтарын сәх­нәнән ҙур алҡыш менән оҙаттылар.
Ташкент һабантуйы гөрләнеӨлкәндәр һабантуйҙы тамаша ҡыл­­һа, балалар төрлө бәйгеләрҙә үҙ­ҙәрен һынап ҡараны. Көрәш, ҡол­ғаға менеү, гер күтәреү, көршәк ва­тыу, кө­йәнтә менән һыу ташыу, тоҡ ме­нән һуғышыу, ҡапсыҡ кейеп йү­ге­реү һәм башҡа уйындар бөтә­һенең дә кү­ңеленә хуш килде.


Вернуться назад