Рабиға Әхмәҙей ҡыҙы Әүәл­бае­ва03.07.2015
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәгән ҡәҙерлебеҙ Рабиға Әхмәҙей ҡыҙы Әүәл­бае­ваны 80 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Рабиға Әхмәҙей ҡыҙы Әүәл­бае­ваҠояш йылыһы күңелдәргә нур бүләк иткән матур айҙа тыу­ған беҙҙең әсәкәйебеҙ. Шуға­лыр ҙа тәбиғәт уға үҙенең бөтә йы­лы­һын, мөләйемлеген, на­ҙын һәм сафлығын бүләк иткән­дер. Һин беҙҙең өсөн күгебеҙҙә балҡыған яҡты ҡояш кеүекһең. Туғандарыңа, яҡындарыңа — хәстәрлекле апай, беҙгә — изге йәнле әсәй, ихтирамлы өләсәй, күрше һәм дуҫ.
Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, ба­лаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡлы, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта атайыбыҙ Оморҙаҡ Мөхәмәҙей улы менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен.
Һеҙ бергә 60 йыл татыу ғүмер итеп, алты баланы оло тормош юлына сығарҙығыҙ. Рәхмәт барыһы өсөн дә!
Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡ­ты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡы­уа­нып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшәгеҙ, ҡәҙер­леләребеҙ!
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Һибелә нур яҡты йөҙөңдән,
Ауыр саҡта еңел булып китә
Һинең әйткән йылы һүҙеңдән.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.

Иң изге теләктәр менән балаларың,
килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.


Вернуться назад