Премия алыусылар тәбрикләнде18.02.2012
Бөтә республиканан йәш ғалимдар, йырсылар, спортсылар һәм активистар Өфөгә Рәсәй Федерацияһы Президенты дипломдарын һәм премияларын тапшырыу тантанаһына йыйылды. Уларҙың барыһы ла “Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы” йүнәлеше буйынса “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектында еңеп сыҡҡан. 2011 йыл йомғаҡтары буйынса ундайҙар – 135 кеше. Йәштәр республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә Башҡортостанды данға күмгән.
— Йәмәғәт тормошонда, фәндә, мәҙәниәт һәм спортта ҙур еңеүгә өлгәшкән уҡыусыларға һәм студенттарға Рәсәй Федерацияһы Президенты премиялары 2006 йылдың декабренән башлап даими тапшырыла, — тине Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, йәштәрҙе ҡотлап. — Ошо йылдарҙа Башҡортостандан 750-нән ашыу талантлы егет һәм ҡыҙ премия алды. Бындай ярҙам шәхескә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә булышлыҡ итә. Бөгөнгө сара — тормошоғоҙҙағы мөһим ваҡиға. Һеҙ — Башҡортостандың өмөтө һәм ышанысы. Бөтәгеҙгә лә яңынан-яңы еңеүҙәр теләйем!
Әйткәндәй, уҡыусыларының еңеү шатлығын уртаҡлашырға тантанаға уҡытыусылары ла килгәйне.
Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин, егет һәм ҡыҙҙарға лайыҡлы наградаларҙы тапшырып, өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа, һәләттәрен асыуҙан, ҡарарҙар өсөн яуаплылыҡты үҙ иңеңә алыуҙан ҡурҡмаҫҡа, конкурстарҙа ҡатнашырға һәм еңеп сығырға саҡырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының уҡыусы йәштәр мәҙәниәте үҙәгендә тәрбиәләнгән Елизавета Чувашова ла бар ине.
— Елизавета 10-сы лицейға килгәс, беҙ уны республика үҙәгендәге “Һин һәм һинең йортоң” түңәрәгенә саҡырҙыҡ, — тине уҡытыусыһы Елена Дегтярева. — Ул беҙҙә өс йыл шөғөлләнә, конкурстарҙа ҡатнаша, еңеп сыға, призлы урындар яулай, сигеү сигә, иҫке әйберҙәрҙе яңырта, фотоға ла төшөрә. Еңеп сығыу өсөн, минеңсә, иң элек тырышлыҡ кәрәк, ә беҙ, уҡытыусылар, балаларҙа эшкә һөйөү тәрбиәләйбеҙ.
Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһына лайыҡ булғандар араһында шулай уҡ Өфө авиация техник университетының ситтән тороп уҡыу бүлеге студенты Дмитрий Князев та бар. Егет “Машиналар эшләү технологияһы” буйынса Чебоксарҙа үткән Бөтә Рәсәй белгестәр олимпиадаһында уңышҡа өлгәшкән.
Шаран ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Валерий Шәмиғоловҡа ла диплом тапшырылды. Ул Иркутскиҙа йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында приз яулаған.
Э. САБИРОВА.


Вернуться назад