Заман боҙоҡ түгел, әҙәм боҙоҡ30.06.2015
Башҡортостандың баш ҡалаһы донъя сәйәсәте кимәлендәге ваҡиғалар көткәндә, Ер йөҙөндәге аҡыл етмәҫлек хәлдәр тураһында көн дә ишетә торғас, ғәмәлдәрҙең айышын тамам юғалтҡан һымаҡ булаһың.
Донъя пролетариаты юлбашсыһы: “Йәмғиәттә йәшәп тә, йәмғиәттән азат булыу мөмкин түгел”, – тип раҫлай килгән. Был һүҙҙәр бик дөрөҫ. Әгәр кешелек донъяһын тотош бер ижтимағи-иҡтисади берләшмә итеп ҡарағанда, уның ниндәйҙер өлөшө үҙе генә айырым йәшәй алмай. Кешелектең үҫеше уның төрлө ҡитғаларында йәшәгән, төрлө телдәрҙә һөйләшкән, үҙ аллаларына табынған, үҙҙәренә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәр булдырған халыҡтарҙы бер-береһенә бәйләй. Был процестың сәбәптәре күҙгә күренеп тора. Ниндәйҙер дәүләт биләмәләрендә, тәбиғәт, ландшафт форсат биреүенә ҡарап, иген үҫтереү ҡулай, икенселәрендә – емеш-еләк һ.б. Ҡайһы бер халыҡтар ер ҡуйыны тулы нефть, газ, алтын-көмөш, төрлө мәғдәндәр булған урынды төйәк иткән. Ер шарының икенсе тарафтарында үлән дә үҫмәй, эсәр һыу ҙа юҡ. Шул уҡ ваҡытта Ер йөҙөндә, ни ҡәҙәр һуғыштарға, аслыҡ-афәттәргә ҡарамайынса, халыҡ ишәйә бара. Бер заман мәңгелек туңлыҡ, мәңгелек сүллек тип тормайынса, бөгөн йәшәү өсөн яраҡһыҙ һаналған урындарҙа ла халыҡ мыжғып йәшәп ятыр әле. Ғалим-фантастар ни хәтлем хыялланмаһын, кешеләрҙең Ерҙе ташлап Айға йә иһә башҡа планеталарға күсеп китеү мөмкинлеге юҡ. Еребеҙ – берәү генә һәм, ошо йортта һыйышып, бер ғаилә булып көн итергә генә ҡала.
Кешелек йәмғиәтендә айырым төркөмдәрҙең байлыҡ һәм власть өсөн самаһыҙ ҡанығыуы булмаһа, Ерҙең тәбиғи хазиналары һәм кеше аҡылы менән тыуҙырылған байлыҡтар уны мәңге йәшәтеү өсөн етер ине. Ябай аҡыл менән уйлап ҡарағанда, тәбиғәт хазиналары, кешеләр уны ҡомһоҙланып талай башлағанға ҡәҙәр осһоҙ-ҡырыйһыҙ булған бит. Ер ҡуйынында диңгеҙгә бәрәбәр нефть, үлсәүҙәргә һыймаҫ газ, ташкүмер, тимер рудалары, тау-тау алтын ятҡан. Ә урмандар? Ундағы ағас, кейек, еләк-емеш, шишмә-инештәр. Ҡара тупраҡ. Кешеләрҙең иң оло хазинаһы, һыуҙан ҡала, бәлки, шулдыр.
Ғәҙел генә уртаҡлашып, татыу ғына килешеп йәшәгән хәлдә ғаләмдең Ер шары тип аталған кескенә мөйөшөндә лә миллиардтарса кеше нужа күрмәҫ ине. Сөнки ябай бер кешенең ихтыяжы – шул ҡәҙәр байлыҡтар һәм аҡыл тыуҙырған емештәр фонында сүп кенә. Өҫтәүенә кеше булып донъяға килгән һәр кем үҙе матди байлыҡ булдыра. Һәр хәлдә, шулай эшләргә тейеш.
Гәзит уҡыусылар: “Фантазер был автор. Хыялый. Боронғо утопистар кеүек фекер йөрөтә”, – тип көлөмһөрәйҙер, әлбиттә. Ләкин, дуҫтар, көндәлек ыҙғыш, үлтереш, мөлкәт һәм власть өсөн талаш-тартыштан арыған йөрәк үҙенән-үҙе тормошҡа ашмаҫ хыялдарға тартыла башлай. Фантазиялар күңел талпыныуын айырыуса ихласлыҡ менән сағылдыра ул. Кеше лә бит, ана, был донъяла тормош асылына барған һайын теге донъя хаҡында йышыраҡ уйлана, унда рәхәтләнеп йәшәү өмөтө уға бөгөн көс өҫтәгәндәй.
Алдараҡ әйтелгән фекергә әйләнеп ҡайтҡанда, ниндәй генә сәйәси, дини йәки башҡа сәбәптәр айырмаһын, илдәр һәм халыҡтар бер-береһенән башҡа була алмай. Ошо тәбиғи процесты Америка Ҡушма Штаттары донъяла Көнбайыш стандарттарын мәжбүри индереү һәм, ахыр сиктә, үҙенең етәкселегендә Донъя хөкүмәте булдырыу менән алмаштырмаҡсы. Был идея әлегә рәсми доктрина рәүешен алмаған, әммә ваҡиғаларҙың үҫеш логикаһы шул маҡсатты асыҡ төҫмөрләтә.
Бөгөн кешелек йәмғиәтендәге үҙгәрештәргә бер төрлө генә аңлатма биреү ауыр. Ул процестар ҡатмарлы, сәбәптәре тәрән, һәм күп осраҡта улар ниндәйҙер логика сиктәренә лә һыймай. Тарихсылар элегерәк, сәйәси-иҡтисади үҙгәрештәрҙең тамырында бөйөк дәүләттәрҙең донъяны үҙҙәренсә бүлгеләүе ята, ти торғайны. Быны аңларға мөмкин. Ләкин донъяны ҡабат-ҡабат бүлгеләргә сәбәп булырлыҡ һуғыштар ҙа үтте, ҡапма-ҡаршы торған ике системаның береһе юҡ инде. Тағы нимәне бүлгеләргә, нимәгә ынтылырға? Ер йөҙөнөң бөтөн байлығына хужа булып, артта ҡалған, фәҡир, наҙан халыҡтарҙы, бәлки, көслөләр, байҙар ҡанаты аҫтына алып йәшәргә кәрәктер? Әммә колония хужаһы колониаль хәлгә ҡалған халыҡты һис ҡасан да тиң күрмәйәсәк.
Таныйбыҙмы-юҡмы, XX быуаттың аҙағы һәм XXI быуаттың тәүге тиҫтә йылы донъяны ҡабаттан үҙгәртеп ҡороу осоро булып күҙ алдына баҫа. Әммә был глобаль процеста ике яҡлап ҡаршы тороу, фронт асыу юҡ. Уның сценарийын да кеше яҙған, сәхнәгә ҡуйған режиссер ҙа, хатта музыка авторы ла шул уҡ. Америка Ҡушма Штаттарының көс-ҡеүәте һәм донъяла йоғонтоһо ҙур. Уға ҡаршы тороу түгел, аҙға ғына һыуындырыр әмәл дә юҡ. Ғөмүмән, илдәр араһындағы мәсьәләләрҙе көскә таянып хәл итергә маташыу – өмөтһөҙ һәм хәүефле юл. Иң яҡшыһы – бөгөн дошман тип һаналғанды ла үҙеңә юлдаш итергә, арҡаҙаш булып бергә йәшәргә тырышыу. Дошманлашыу өсөн аҡыл кәрәкмәй, хеҙмәттәшлек итеү — ысын ирҙәр эше.
Аңлашылалыр, Ҡушма Штаттар иҡтисады саманан тыш үҫеүҙән тонсоға һәм, ауыр көрсөккә юлыҡмай тороп, ул бөгөнгө тәкәбберлеген юймаясаҡ. Әлегә американдар донъяла үҙҙәрен ҡасандыр ҡырағай Көнбайышты яулағандағыса, ковбойҙарса, тота. Глобаль маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа хәҙер Америка дипломатияһы традицион әҙәплелекте лә һанламай. Президент Барак Обама сығыштарында Америка демократияһы беренсе сиратта иғтибар үҙәгенә аласаҡ илдәрҙе йәшермәйенсә атап әйтә. Тимәк, теҙген дә, ауыҙлыҡ та юҡ. Күҙ тонған. Шундай шарттарҙа үҙ мәртәбәһен һаҡлап ҡалыу өсөн донъяның башҡа халыҡтарына ныҡлыҡ, үҙҙәренең милли баһаһын белеү кәрәк. Диндәрҙе лә бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу, тотош илдәрҙе һәм халыҡтарҙы террорсылар тип иғлан итеү һәм донъяның күҙ алдында эҙәрлекләү – элек бындайҙы гегемонистик сәйәсәт тип атарҙар ине. Бөгөн ул асыҡтан-асыҡ шовинизмды хәтерләтә.
Ислам динен, мосолман донъяһын кешелектең икенсе яғына ҡаршы ҡуйыу сәйәсәте ниндәйҙер юғары ғәҙеллек идеялары менән бәйләнмәгән. Ислам дине – толерантлыҡ, мәрхәмәтлелек ҡанундарын алға ҡуйған дин. Уға агрессив төҫ бирергә маташыу һәм террорсылыҡты Ислам һәм мосолман донъяһы менән бәйләү – хәүефле сәйәсәт. Бындай сәйәсәт егерме миллионлы Рәсәй мосолмандарын да хафаға һала.
Кешелек тарихына күҙ һалһаң, иҫең китерлек. Меңдәрсә йыл буйы бәндәләр бер-береһе менән тартҡылашып, һуғышып йәшәгән бит. Өсөнсө мең йыллыҡты ла башлап ебәрҙек, әммә тынмайбыҙ, аҡыл кермәй. Дуҫ булырҙайҙар араһында һаман дошман йәшеренеп йөрөй һымаҡ. Әле булһа беҙгә мал етмәй. Йәшәгән Еребеҙ тар, Йыһан төпкөлдәренән ниҙер эҙләйбеҙ. Хаслыҡ, элеккесә, дуҫлыҡтан өҫтөн сыға килә. Холоҡһоҙлоҡҡа ҡомһоҙлоҡ өҫтәлә. Нисек йәшәргә, нимәгә ышанырға, кемгә таянырға?
Минең уҡытыусым, атаҡлы төркиәтсе һәм яҙыусы, профессор Жәлил ағай Кейекбаевтан ҡалған бер һамаҡ бар:
Мин ҡурҡмайым ятдин,
хас дошмандин,
Мин ҡурҡамын яман
дуҫтардин...
Остазыбыҙ бының менән нимә әйтергә теләне икән?