Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте иғлан иткән «Изге күңелдән китап» акцияһы дауам итә. Эстафетаны тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, билдәле драматург Наил Ғәйетбаев ҡабул итте.Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө сәнғәт академияһы профессоры Таңсулпан Бабичева эстафетаны М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люция Камаеваға һәм билдәле йырсы Радик Динәхмәтовҡа тапшырҙы.
— Әҙәбиәт йылында Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулды. Йыл башында «Весенняя песнь» исемле китабы баҫылды, шулай уҡ уҙған йылда билдәле шәхестең ижадына арнап «Арҡаҙаш» әҙәби конкурсы ойошторолдо.
Шуныһы ҡыуаныслы: был проектта төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары, актерҙар һәм ижади коллективтар бар. Күптән түгел «Арҡаҙаш» хәйриә фонды эшләй башланы. Эшебеҙҙә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, уларҙың тормошо хаҡында мәғлүмәтте, милли мәҙәниәтте, тарихты йәш быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Бөгөн халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе Ш. Бабичтың китабын мин Дәүләкән ҡалаһының башҡорт гимназияһына, Сибай университетына, Дүртөйлө районының Әсән ауылындағы Ш. Бабич исемендәге музейға, Йылайыр районындағы шағир исемендәге башҡорт гимназияһына һәм “Арҡаҙаш” конкурсында еңеүселәргә тапшырам, –─ тине Таңсулпан Даһи ҡыҙы.
Эстафетаны ҡабул иткән Люция Камаева, Мәжит Ғафури тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашып, фонд эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Йырсы Радик Динәхмәтовтың Ш. Ба- бич һүҙҙәренә йыр башҡарыуы һәммәбеҙҙең күңеленә хуш килде.
Милли китапты пропагандалау, йәш быуынды тәрбиәләү, китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатындағы изге башланғыс дауам итә. Әйткәндәй, йыл буйы барасаҡ акцияла һәр кем ҡатнаша ала.