Миңнур Әйүп ҡыҙы Ғүмәрова30.06.2015
Ишембай районының Ҡолғона ауылында донъяға килеп, Өфө ҡалаһында ғүмер кисергән ҡәҙерле әсәйебеҙ Миңнур Әйүп ҡыҙы Ғүмәрова 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Әсәйебеҙ — тәбиғәте менән ихлас, мөләйем, ярҙамсыл, ифрат тырыш, егәрле, ғәҙел зат. Тормошо еңелдән булманы уның, әммә бер ваҡытта ла зарланманы. Юҡты бар итә, үҙ юлын үҙе яра, башҡаларға ла маяҡ була белде.
Һәүетемсә генә ауылда йәшәп ятҡан еренән Өфөгә күсеп килеп, йортло булып, тормош башлап ебәреүе үҙе ни тора! Бухгалтерҙар курсын тамамлап, ауылда төрлө вазифаларҙа эшләп, күп тапҡыр ауыл Советы депутаты булып һайланып, гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙып абруй яулап өлгөргән әсәйебеҙ баш ҡалаға килгәс тә юғалып ҡалманы, бынамын тигән итеп донъя көтөп алып китте.
“Башавтотранс” ойошмаһына диспетчер булып эшкә урынлашты. Хатта ошо ойошма аша тыуған ауылына ла ярҙам итә алды. Шул йылдарҙа Ҡолғонаға автобус йөрөй башланы. Өфөгә күскәс, беҙ йәшәгән урамға газ үтмәгәйне. Әсәйем тейешле органдарға мөрәжәғәт итеп, матбуғатҡа мәҡәләләр яҙып, урамыбыҙҙы газлы итеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Әсәйебеҙ бөгөн дә тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Баҡса үҫтерә, төрлө йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Аш-һыуға ла, ҡул эшенә лә оҫта. Балаларына, туғандарына, таныштарына ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер. Ихласлығы, ябайлығы, эскерһеҙлеге һөҙөмтәһелер, уны бөгөн дә йәшлек мөләйемлеге, матурлығы ташламаған. Донъяһын да гөл итеп, бөхтә тота.
Күркәм юбилейы менән тәбрикләп, ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Беҙҙе ҡыуандырып тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һиңә, әсәй!

Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек!

Иң изге теләктәр менән
ҡыҙы Диләрә, кейәүе Леонид.


Вернуться назад