Йәмәғәтселәр ҙә өлөш индерә30.06.2015
[b]Наркоманияға ҡаршы көрәш көнө айҡанлы Башҡортостандағы “Наркоконтроль” идаралығы ошо йүнәлештә әүҙем эшләгән йәмәғәт вәкилдәрен бүләкләне./b]
Урыҫ православие сиркәүенең Башҡорт­остан митрополияһындағы эштәр идара­сыһы Дмитрий Кондрашовҡа “Рәсәйҙең наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенә — 10 йыл” миҙалы тапшырылды. Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры урынбаҫары, федераль хеҙмәттең республика идаралығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Данияр Абдрахманов, Өфө ҡала медицина профилактикаһы үҙәге хеҙмәткәре Елена Косарева, урта һөнәри белем биреү учреждениеларының директорҙар советы рәйесе, Өфө статис­тика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжы етәксеһе Сәйфетдин Ҡуңысбаев наркотиктарға ҡаршы эш итеүҙәге хеҙмәттәре өсөн ведомство наградалары менән бүләкләнде.


Вернуться назад