Рөстәм Солтангәрәй улы Кирәевте30.06.2015
Яратҡан ҡәҙерле улыбыҙ, ирем, атайыбыҙ Рөстәм Солтангәрәй улы Кирәевте тыуған көнө, матур юбилейы айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә!
Тормошоңдоң иң йәмле сағы —
Илле биш йәш. Ул бик әҙ әле!
Алда — күпме шатлыҡ, ҡыуаныс,
Күпме бәхет, һөйөү наҙ әле!
Ғүмереңдең әлеге миҙгеле —
Эштән туҡтап, бер йырлап алыу,
Үткәндәргә шөкөрана ҡылып,
Киләсәккә яңыса бағыу!
Иң яҡшы теләктәр менән атайың, әсәйең, ҡатының,
ҡыҙың Дания һәм улың Салауат.