Зиннур ЙӘРМӨХӘМӘТОВ: “Беҙгә килегеҙ – үкенмәҫһегеҙ”30.06.2015
Зиннур ЙӘРМӨХӘМӘТОВ: “Беҙгә килегеҙ – үкенмәҫһегеҙ”Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы, илдең юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлегенә мониторинг үткәреп, уларҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлеген иҫбатланы. Белем усаҡтары араһында БДУ-ның Сибай институты алғы сафта барыуын дауам итә. Һүҙ – уның директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы ЙӘРМӨХӘМӘТОВҠА.

— Бөгөн юғары һөнәри белем биреү өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр бара. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың сығы­шын­да ла белдерелде. “Илдә те­йешле матди-техник ба­заһы, дөйөм ятағы булмаған, шул сәбәпле сифатһыҙ белем бирелгән юғары уҡыу йорттары бихисап, – тине Дмитрий Анатольевич. – Билдәле, улар заман талабына яуап биргән белгестәр әҙерләй алмай, диплом таратыу менән генә шөғөлләнәләр”.
Мәғарифты үҫтереүҙең федераль программаһына ярашлы, Рәсәйҙә сифатлы белем алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған юғары уҡыу йорттары һәм уларҙың филиалдары ғына ҡалырға тейеш. Беҙҙең институт тап шундай юғары талаптарға яуап бирә. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының бурыстарын тулыһынса үтәп, эш һөҙөмтәһе буйынса хатта ҡайһы бер ҙур ҡалаларҙың юғары уҡыу йорттарынан алдараҡ барабыҙ.
Һәр белем усағының төп хеҙмәт күр­һәткесе – сығарылыш студенттарының квалификацияһына ярашлы эш урыны табыуы. Был йәһәттән ғорурланырлыҡ нигеҙ бар: беҙҙең институтты та­мам­лаған бел­гестәргә ихтыяж ҙур, улар Баш­ҡортос­тан­да ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа тө­бәк­тәрендә лә иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф тармаҡтарында, дәүләт органдарында уңышлы хеҙмәт итә.
Сифатлы белем биреүҙә учреждение инфраструктураһының дөрөҫ ҡоролошо, ғилми, халыҡ-ара әүҙем эшмәкәрлек алып барыу, педагогик коллективтың тә­жри­бәлелеге ҙур әһәмиәткә эйә. Күп­тән түгел уҙғарылған мониторинг йом­ғаҡтары буйынса Сибай институты иң яҡшы уҡыу йорто булып танылған икән, бының ни­ге­ҙендә һәр йүнәлештә эҙмә-эҙлекле, маҡ­сатҡа ярашлы эш алып барыу һөҙөмтәһе ята. Матди-техник хәлдең тотороҡлолоғо, заманса өс уҡыу-лаборатория корпусы, дүрт ятаҡ, тренажер залдары, спорт майҙансыҡтары, стадион, ашхана, өс китапхана, “Тө­йәләҫ” фәнни-тәжрибә комплексы, Тал­ҡаҫ күле буйындағы ял базаһы, тоҙ шахтаһы, сәләмәтлек үҙәге, редакция-нәшриәт үҙәге, телевидение һәм башҡалар – быларҙың барыһы ла Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән ми­нистрлығы ҡуйған заманса талаптарҙы уңышлы үтеүгә булышлыҡ итә. Былтыр дистанцияла белем биреү технологиялары ярҙамында Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әрмәнстан һәм башҡа дәүләт вә­кил­дәрен уҡырға ҡабул иттек. Студент­тарҙың фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары Рәсәй кимәлендә генә түгел, халыҡ-ара даирәлә лә юғары баһалана.
Сибай институтының төп маҡсаты – республиканың көньяҡ-көнсығыш тө­бәген юғары квалификациялы, кон­ку­рентлыҡҡа һәләтле белгестәр менән тәьмин итеү. Киләһе уҡыу йылына абитуриенттар ҡабул итеү башланды, теләгәндәр өсөн беҙҙең уҡыу йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: байтаҡ мәғариф учреж­дениеһында федераль ҡаҙна урындарын ҡыҫҡартыу барһа, беҙҙә улар, киреһенсә, 40 процент самаһына артты. Өҫтәүенә бюджет нигеҙендә уҡырға инә алмағандарға ташламалар ҡаралған. Әйтәйек, ятаҡтан урын бирелә, яҡшы өлгәшкән, институттың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан хәлдә, II курстан һуң бушлай уҡыуға күсеү мөмкинлеге бар. Студенттарыбыҙ юғары академик, социаль, исемле стипендиялар алыу хоҡуғына эйә, Сибай ҡалаһы хакимиәте грантына дәғүә итә ала. Ғөмүмән, йәштәр, беҙҙең уҡыу йортон һайлаһа, һис тә үкенмәҫ.


Вернуться назад