Башҡортостанға белорустар XIX быуатта күсеп килә башлай. 1861 йылда крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлгәс, бында төпләнеүселәр айырыуса күбәйә. 1906 – 1916 йылдарҙа Столыпиндың аграр реформаһынан һуң белорустар һаны 1700-гә етә.Был халыҡ ер эшкәртеү һәм мал үрсетеү менән әүҙем шөғөлләнә, ҡул эштәренә оҫталығы ла дан алған.
1996 йылда белорустарҙың милли-мәҙәни мираҫын һаҡлау өсөн “Спадчына” милли-мәҙәни үҙәге ойошторола. Улар күпләп төпләнгән Иглин районында иһә “Балтика” тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй. 2010 йылдан үҙәкте Ксения Комлева етәкләй. Бында булдырылған тыуған яҡты өйрәнеү музейы 2013 йылда янғындан ҙур зыян күргән. Ксения уны тергеҙеү өсөн күп көс һала, экспонаттар эҙләй. Халыҡ та битараф ҡалмай, боронғо ҡомартҡыларҙы музейға тапшыра.
– 86 йәшлек Евгения Касюк үрелгән сәңгелдәк бүләк итте. Был сәңгелдәктә уның балалары һәм ейәндәре бәүелгән. Людмила Звирбул өләсәһенән ҡалған иләүесен тапшырҙы. Ул әле һаман эшләй. Ольга Баранова өләсәһе сиккән ашъяулыҡты бүләк итте. Ил төкөрһә, күл була тигәндәре дөрөҫ икән. “Ҡыҙыл әтәс” аямаған ҡомартҡылар урынына яңылары килде. Шулай ҙа янғында музейҙың бөтөн нөсхәләре лә көлгә османы. Иҫке һандыҡ янып бөтһә лә, эсендәге ашъяулыҡтарҙың күбеһе имен. Уларҙы йыуып ағарттыҡ. Сабата менән көбөнө әле экспонаттар рәтенә ҡуйып өлгөрмәгәнгә генә һаҡлап алып ҡалдыҡ. “Сябры” фольклор коллективының алыштырғыһыҙ етәксеһе Александр Харитоновтың ағасты уйып яһаған ҡул эштәре бер аҙ зыян күрһә лә, оҫта уларҙы тиҙ арала тергеҙҙе. Әммә үҙе генә 80 йәшен тултырып өлгөрмәй беҙҙең аранан китте. Ауыл клубына уның исемен биреү тәҡдимен хакимиәт тә хупланы. Шулай итеп, бөртөкләп тигәндәй яңынан музей өсөн экспонат өлгөләре йыябыҙ, – тип һөйләй үҙәктәге яңылыҡтар тураһында Ксения Комлева.
Балтика ауылында белорус йырҙарын башҡарыусы коллективтар дәррәү эшләй. “Сябры” һәм “Жаураначки” – район кимәлендә генә түгел, республикала киң билдәле ансамблдәр.
Белорус халҡының байрамдарын һәм төрлө мәҙәни сараларҙы Иглин районында үткәреү матур йолаға әүерелгән. Белорус йырҙары фестивале, Иван Купала, Святки байрамдарына бихисап халыҡ йыйыла. Балтика һәм Пушкин ауылдарындағы урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә белорус теле уҡытыла.