Ваҡытында уҡығылары килә27.06.2015
Ваҡытында уҡығылары  килә Башҡорт Үргене районда ҙур ауылдарҙың береһе һанала. Бында бөтәһе туғыҙ урам бар – Йәштәр, Бишәй, Арал, Тау, Әмәкәс, Тимерлек, Сатра, Тибеҙ һәм Мәктәп. Ошо ауылдың почта етәксеһе Миләүшә ИСКӘНЙӘРОВА менән осрашып һөйләштек.

– Гәзит-журналды аҙнаһына ике тапҡыр килтерәләр, ә халыҡтың уны сыҡҡан көнөндә уҡығыһы килә, – ти Миләүшә Вадим ҡыҙы. – Район үҙәге Иҫәнғолдан йыраҡ та түгелбеҙ, әммә график шулай төҙөлгән. Почтаны машина менән ҡалдырып китәләр, ҡалғаны – почтальон Филүзәнең иңендә. Төрлө саҡ була, һуң килтергән осраҡта кискә ҡалып булһа ла эшен тамамлай, бер ҡасан да иртәгәгә ҡалдырмай. Ауылдаштары яңылыҡтар, бүтән төрлө хәбәрҙәр менән ваҡытында танышып барһын, тигән уйҙа ул.
Үргендәр матбуғат менән һәр ваҡыт дуҫ булған, әле лә шулай. Бындай изге йола борондан килә. Шул иғтибарға лайыҡ: район, республика баҫмаларынан тыш, күптәр үҙәк гәзит-журналдарҙы ла алдыра. “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһына Үрген урта мәктәбе тәүгеләрҙән булып ҡушылды, шулай уҡ “Айгөл” балалар баҡсаһы һәм клубтың китапханаһы ла баҫманы даими алдыра.


Вернуться назад