Борон бал ҡорттары күс айырғанда ныҡ итеп тимерҙе дыңҡылдатыр булғандар. Имеш, ҡаты тауыш сығарһаң, улар алыҫҡа осоп китмәй, ә эргә-тирәләге берәй ағасҡа йәки кәртәгә барып ҡуна. Умартасылыҡ серҙәренә тәрәнерәк төшөнөү өсөн төтәткесен йүнәткән Барый Мөхәмәтовҡа яҡынлайым.– Башҡорттар электән, малсылыҡ һәм игенселектән тыш, солоҡсолоҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнгән. Өй һайын тиерлек ҡорт тотҡандар. Сыйырсыҡ йыл да һинең йортоң тирәһендә, баҡсаңда бала сығарһын, һайрап күңелеңде күтәрһен өсөн, беҙ ҡанатлы дуҫтарыбыҙға оя яһап ҡуябыҙ. Шуның шикелле, бейек урынға ҡыйығы булған тағараҡты күтәргәнбеҙ – ул йә ағас башына, йә ҡоймаға беркетелә. Өҫтәүенә хуш еҫле ҡорт үләнен шунда һалып ҡуйһаң, береһе лә ситкә китмәй. Хәйер, яҡшы хужа күсен бер ҡасан да юғалтмай, – тине Барый Мөхәмәтйән улы.
Әңгәмәнең ҡыҙған мәлендә генә умарталыҡтың хужаһы үҙе килеп етте. Кейә алдындағы таҡтаны һөҙәгәйткән икән, шулай итеп ул бал ташыған эшсе ҡорттарға майҙанды иркенәйткән.
“Мөхәмәтов” шәхси хужалыҡ етәксеһе Әмир Мөхәмәтов һөйләүенсә, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүенә сирек быуат, атаһы Барый олатай менән әсәһе Рәзифә инәйҙең шөғөлөн дауам итә. Эште өс умартанан ғына башлап ебәреп, хәҙер инде 150-гә еткергән. Әммә был ғына сик түгел, умарта һанын ике тапҡырға арттырыу тураһында хыяллана.
Аҡбирҙе ауылынан йыраҡ булмаған урында – Ҡойобар йылғаһы һуғарған йәмле Йәмкә аҡланын төйәк иткән ул. Умарталар тигеҙ итеп көньяҡҡа ҡаратып теҙелгән. Бында бал еҫе аңҡып тора. Эргәлә генә йүкәлек, болонлоҡ та төрлө сәскәләргә төрөнгән.
Әмир Барый улы көслө геүләү тауышын ишетеү менән шул яҡҡа ашыҡты. Өс йыл ҡышлаған күс айырған икән, был юлы тал ботағына ҡунған. Умартасы кәрәк-ярағын алды ла тейен етеҙлеге менән ағасҡа менеп китте, күп тә үтмәне, моҙғаны тотоп төштө. Сама менән биш-алты килограмм булыр.
– Хәҙер умартасылар рәхәт өйрәнеп алды, күс айырмаһын өсөн ниндәй генә ысулды ҡулланмай. Һеҙҙә нисек? – тип һорайбыҙ.
– Юҡ, ҡорт тәбиғи рәүештә айырырға тейеш, шул саҡта ғына үрсем буласаҡ. Кемдер ул эште умарта эсендә үк башҡарып ҡуя. Беҙ улай итмәйбеҙ, – тип яуаплай ул.
Әңгәмәсем тауарҙы һатыуҙағы ҡыйынлыҡтар тураһында ла һөйләне, умартасылар өсөн берәй күмәртәләп һатыу үҙәген асыу кәрәк, тине.
Әмиргә кәләше Зилә менән ҡыҙы Миләүшә ярҙамлаша. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, былтыр балдың сифатын билдәләгән республика конкурсында ейәнсуралар II урын яулаған.
Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәгән Мөхәмәтовтар малсылыҡ һәм баҡсасылыҡ менән дә шөғөлләнә.
– Магазинға һирәк йөрөйбөҙ, бөтәһе лә үҙебеҙҙеке, – тип йылмая хужа.