Ниәттәре – Үҫәргән ерен данға күмеү27.06.2015
Ҡайһылыр төбәк игенселектә алдынғылыҡты бирмәй, икенселәрҙә малсылыҡ алға киткән, шулай уҡ урмансылыҡ, йәшелсәселек, умартасылыҡ буйынса ла уңыштарға өлгәшкәндәр етерлек. Кем нисек булдыра, шул йүнәлештә уй-ниәттәрен ғәмәлгә ашыра. Ырымбур өлкәһенә терәлеп ятҡан Ейәнсура районында иһә ике йүнәлештә – үҫемлекселек менән малсылыҡта – һынатмайҙар.
Ейәнсурала ла баҫыу батырҙарын данға күмгән һабантуйҙар шаулап-гөрләп уҙҙы. Ялды матур ойоштора ла белергә кәрәк, ти улар.
Дөйөм алғанда, яҙғы сәсеү һәр йылдағыса ҡыҙыу бара. Егәрлеләрҙең тырышлығы һөҙөмтәһендә 31,6 мең гектар майҙан сәселгән, шуның яртыһынан күберәген иген культуралары биләй. Ҡаҙаныштар төплө әҙерлеккә бәйле. Шуны күҙ уңында тотоп, алдан яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләнгән, техника ремонтланған, элиталы орлоҡ һатып алынған. Төбәктә 17 ауыл хужалығы етештереү предприятиеһы, 84 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 9 510 шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә. Бында ҙур заводтар юҡ, уның ҡарауы, ауыл хужалығы тармағында ең һыҙғанып эшләйҙәр.
Ҡайһы саҡта көтмәгәндә тәбиғәттең көйһөҙлөгө аяҡ салып та ҡуя. Иген һәм техник культуралар, күп йыллыҡ үлән йүнләп үҫмәгәндә республика етәкселегенең был тәңгәлдә ваҡытында булышлыҡ итеүе ҡотҡара.
Иген – келәттә, кеше хеҙмәттә күренә тигәндәй, былтыр ярайһы юғары бейеклектәр яуланған.
Әле химик утау башҡарыла, бесәнгә төшкәндәр, сенаж һалына, силос әҙерләнә. Иген баҫыуҙарының иге-сиге күренмәй.
Һыйыр малы яланда, көтөүлектәр иркен генә. Быйыл яуын-төшөм мул булған. Үләндең күпереп үҫеүенә нисек ҡыуанмаҫҡа! Көндәлек һауым артҡан, 12-шәр килограмдан ашыу һөт һауыла. Был – бик яҡшы күрһәткес. Күберәк табыш тураһында уйлаған хужалыҡтар тоҡомло һыйыр малын ситтән һатып ала.
Һөтсөлөк тармағын үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлеш. “500 ферма”, республика программаһына ярашлы, ике ферма ремонтланған: заманса һыйыр һауыу аппараты, һөт үткәргес, һыуытҡыс һәм автоматлаштырылған аҙыҡ таратҡыс ҡуйылған. Тиҙҙән Яңы Себенле ауылындағы мегаферманың тәүге сираты сафҡа индереләсәк. Хужалыҡтар фермаларҙы яңыртыуҙы эҙмә-эҙлекле дауам итә. Киләсәктә лә һөт етештереүҙә һәм һатыуҙа һынатмаҫбыҙ тигән ышаныстары көслө.
Ейәнсура ауыл хужалығы буйынса элек-электән үҫешкән район булараҡ дан тота. Мал һанын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны арттырыуға өлгәшелгән. Сәсеүлек майҙандарын кәметеүгә лә юл ҡуйылмаған.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында район һарыҡсылыҡ менән дан алғайны. Әле ҡуй үрсетеүҙе тергеҙмәкселәр. Ошо маҡсатта “Маяҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативы ойошторолған. Бындай ҙур эшкә тотонор алдынан, әлбиттә, уның нескәлектәре тәрән өйрәнелгән, тәжрибә тупланған. Әле өс мең ярымдан ашыу ваҡ мал бар.
Иҡтисадты ауыл хужалығы һәм сауҙа тармаҡтарынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, ошо юҫыҡтағы бәләкәй һәм уртаса предприятиелар табышлы эшләй. Эшҡыуарҙар халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтә, тауар етештерә, йорттар төҙөй. Район хакимиәтендә үҙ эшен асырға теләк белдереүсе һәр кемде ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр, белгестәр файҙалы кәңәштәр бирә, төрлөсә хәстәрлек күрәләр. Йүнселдәр күберәк булған һайын халыҡҡа отошло ла баһа! Күптәр уларҙа үҙҙәренә эш урыны тапҡан, үҙ сиратында социаль йәһәттән яҡланған.
Ә педагогтар илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләү уйы менән яна. Был йүнәлештәге эште балалар баҡсаһынан башларға кәрәклеген яҡшы аңлайҙар. Район үҙәге Иҫәнғол ауылында балалар баҡсаһы асылғас, сират һиҙелерлек кәмегән.
Һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн төбәктә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әйткәндәй, бында тиҫтәнән ашыу милләт татыу ғүмер кисерә.
Милли көрәште лә үҫтерергә тырышалар. Бәләкәйҙән малайҙарҙы рухлы итеп тәрбиәләргә ынтылалар. Шулай уҡ хоккей, теннис, волейбол, баскетбол, футбол уйындарына ла иғтибар бүленә. Спорт саралары даими уҙғарыла.
Социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә. Айырым категорияға ҡараған граждандарға республика программаһына ярашлы йорттар төҙөп тапшырыла. Бынан тыш, “Ауылды социаль үҫтереү”, “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү”, “Торлаҡ” федераль программалары нигеҙендә граждандар үҙ мөйөшөн булдыра ала.
Йәш быуынды тәрбиәләүгә айырым ҡарашта етәкселек. Ниәттәре – Үҫәргән ырыуы вәкиле белем алғандан һуң кендек ҡаны тамған еренә эшкә ҡайтһын, тыуған тупрағында төйәкләнһен, уның данын күтәрһен!