Күптән түгел танышым мөрәжәғәт итте: “Һинең сифатһыҙ тауарҙы магазинға кире ҡайтарыу тәжрибәң бар икәнлеген беләм, бәлки, миңә ярҙам итерһең? Үҙемдең ҡыйыулығым етмәй, унан һуң законды ла белеү кәрәк. Әйҙә, бергә барып киләйек”. Яҡындарға ярҙам итмәйенсә булмай: итекте тоттоҡ та киттек.
Баҡһаң, Зөлфиә ҡышҡы аяҡ кейемен ноябрҙә һатып алған, бер ай самаһы кейгәндән һуң, табаны аҡтарылып сыҡҡан, йөҙлөгөндә лә һүтелгән йөйҙәр бар. Хаҡы – 4,5 мең һум. Аҡсаһын эш хаҡы күсерелә торған банк карточкаһы аша түләгән. Магазин итеккә 30 көн генә гарантия биреүгә ҡармаҫтан, Зөлфиәнең аҡсаны кире ҡайтарыуҙы йәки яңы итеккә алмаштырыуҙы талап итергә тулы хоҡуғы бар: ҡышҡы итек – миҙгел тауары, ә ҡыш 1 декабрҙән 28 февралгә тиклем дауам итә, тимәк, тауарҙың гарантияһы ошо осорға тиклем оҙайтыла. Унан һуң, сифатлы тауар, нисек кенә булмаһын, бер айҙа туҙырға тейеш түгел, тимәк, һатып алыусыға түбән сифатлы йәки етештереүсе етешһеҙлек ебәргән тауар һатҡандар. Әйткәндәй, дәғүә белдерер өсөн чектың булыуы мөһим түгел, әммә ғариза яҙыр өсөн паспорт талап итәсәктәр. Ҡыҫҡаһы, танышым менән был эште уңышлы атҡарып сыҡтыҡ – Зөлфиәгә аҡсаһын ҡайтарып бирҙеләр, дөрөҫөрәге, бер нисә көндән карточкаһына күсерҙеләр.
Ғөмүмән, үҙ хоҡуғыңды яҡлай белергә кәрәк! Беҙ өндәшмәгән һайын, һатыусыларҙа йәки хеҙмәт күрһәтеүселәрҙә яуапһыҙлыҡ, язаһыҙ ҡалабыҙ тигән тойғо арта бара. Ә беҙ хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең эше барһын өсөн дәүләткә һалым түләйбеҙ, эшҡыуарҙарҙың бизнесы ла, ҡулланыусылар булмаһа, күптән көрсөккә терәлер ине. Уларҙың тауарын файҙаланабыҙ һәм уның өсөн хәләл аҡсабыҙҙы түләйбеҙ, шуға сифат талап итеү уңайһыҙ түгел, ә урынлы. Һатып алыусы һәр ваҡыт хаҡлы – шуны оноторға ярамай.
Гүзәлиә Балтабаева