Һай, беҙҙең егеттәр!27.06.2015
Ҡалалағы 3-сө башҡорт лицей-интернатының – “Республиканың иң яҡшы 30 мәктәбе” исемлегенә ингән белем усағының – уңыштары хаҡында әленән-әле ишетелеп тора. Мәҫәлән, ул төбәктең милли уҡыу йорттары слетында еңеү яуланы, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған олимпиада йомғаҡтары буйынса “Башҡортостан өмөтө” номинацияһында юғары баһа алды.
Быйылғы июнь айы ла лицей өсөн уңышлы булды – уҡыусыларҙың күбеһе Берҙәм дәүләт имтиханын һәйбәт тапшырҙы. Ә Тимур Мәҡсүтов менән Илдар Нурҡаев һынауҙа 100-әр балл йыйҙы!
– Илдар – химиянан, Тимур иһә географиянан белемдәренең юғары кимәлен күрһәтте, – ти егеттәрҙең класс етәксеһе Ольга Йәнгирова. – Икеһе лә үҙ-үҙенә талапсан, ифрат тырыш. Егеттәрҙең маҡсаты аныҡ: Илдар табип булырға хыялланһа, Тимур сәйәсәт менән шөғөлләнергә уйлай.
Сығарылыш уҡыусыларыбыҙ йылды байтаҡ уңыш менән тамамланы. Әйтәйек, Оскар Мөхәмәтов урыҫ әҙәбиәтенән Рәсәй олимпиадаһында еңеү яуланы, ошондай уҡ кимәлдәге сарала Артур Халиҡов һәм Эмиль Мозафаров – хоҡуҡтан, Айҙар Вәлиев химиянан яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Бынан тыш, Хьюстон ҡалаһында уҙғарылған Халыҡ-ара техник олимпиадала Айҙар Зәйнулов менән Айнур Шәймәрҙәнов, үҙ проекттарын яҡлап, көмөш миҙалға лайыҡ булды.