Ҡанунды теүәл үтә27.06.2015
Ҡанунды теүәл үтә Бынан ары штрафтарҙан ҡасып ҡотолоп булмаясаҡ. Ошоғаса суд прис­тавтары юлда тәртип боҙғандарҙан йыйылған бурысы урынына мөлкәтен тартып алһа, хәҙер өс мең һумдан артмаған штраф өсөн кешене эҙләп йөрөмәйәсәк. Ошо хаҡта мәғлүмәт килеү менән бурыслының банк иҫәбендә аҡсаһы булыу-булмауын асыҡлайҙар. Әгәр ундағы сумма штрафты ҡаплауға етмәй икән, картаға арест һалына. Приставтар дәүләткә бирәсәкте банк иҫәбенән һинең рөхсәтеңде һорап та тормайынса аласаҡ.

Әле республикала бындай эш Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкы менән генә алып барыла, киләсәктә башҡа финанс учреждениеларын да йәлеп итеү күҙаллана. Тәртип һағында тороу­сылар ошо рәүешле дәүләт ҡаҙнаһын миллиондар менән тулыландырыуға иҫәп тота. Ә картаһындағы аҡса штрафты ҡапларға етмәгән водителдәргә банк, суд приставтары юлын тапарға тура киләсәк. Бурысығыҙ булһа, ваҡытында түләп барығыҙ, ә иң яҡшыһы — юл ҡағиҙәһен боҙмау.

***
Башҡорт­остандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралы­ғындағы патруль авто­мобилдәре штрафты банк картаһы аша түләү мөмкинлеге биргән мобиль терминалдар менән йыһазландырылды. Был автоһәүәҫкәргә бурысынан админис­тратив тәртип боҙоу хаҡында протокол тултырылғас та ҡотолоу мөмкинлеген бирә.

Аҡса тәғәйен иҫәпкә бер көн эсендә күсә. Яңы ҡорамал тейешле сертификатҡа эйә, эштең технологияһы Рәсәйҙең һәм халыҡ-ара түләү системаларының ҡануни нормаларына яуап бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: протокол төҙөлгәндән һуң ун көн эсендә автоһәүәҫкәр инспекцияға барып ризаһыҙлыҡ белдерә ала. Штраф артабанғы 60 көн эсендә түләнергә тейеш. Кире осраҡта бурысҡа пеня өҫтәлә, түләүҙән ялтаныусының ун биш тәүлеккә тиклем административ аресҡа тарттырылыуы ихтимал.

***
Рәсәйҙә быйыл 1 июлдән ғәмәлгә инәсәк яңы ҡануниәткә ярашлы, йәйәүлеләр төндә фликерҙар тағырға йә махсус ялтырауыҡ тегелгән кейемдә йөрөргә тейеш. Әлегә был талап мәжбүри түгел, шулай ҙа йәйҙән ҡағиҙәне боҙоусыларға 500 һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған.

Балаһының хәүефһеҙлеге өсөн борсолған ата-әсә был законды теүәл үтәр, тигән фекерҙә инспекторҙар.

***
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәр­ҙәре иғтибарҙы транспорт сараларының һәм уларға беркетелгән дәүләт номерҙарының таҙалығына йүнәлтәсәк.

Был турала үҙ блогында республиканың Баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов белдерҙе. Уның иҫкәртеүенсә, дөрөҫ ҡуйылмаған йәки уҡып булмаған номерҙар өсөн закон буйынса 500 һум күләмендә штраф ҡаралған. Ә юлдарға зыян килтергән, шул иҫәптән юл ҡатламын бысратҡан водителдәргә — биш меңдән 10 мең һумға, вазифалы шәхестәргә — 25 мең, юридик ойошмаларға 300 мең һумға тиклем штраф янай.








Вернуться назад