Бер-беребеҙҙе ихтирам итәйек!27.06.2015
Бер-беребеҙҙе ихтирам итәйек! Һуңғы йылдарҙа велоспортҡа иғтибар күҙгә күренеп арта. Көн дә эшкә барғанда үткән юлымдың бер яғынан автобус, машина геүләп тороуы аптырарлыҡ булмаһа ла, махсус һуҡмаҡтан велосипедсыларҙың елдереүе тәүҙә ғәжәп тойола ине.

Хәҙер инде уныһына ла күнегелде. Төрлө йәштәгеләрҙең эш урынына саф һауа һулап, һаулығына ҙур бүләк яһап, ике тәгәрмәсле “тимер ат”ында барыуы һоҡландырып ҡына ҡалмай, мейегә “һин дә шулай итә алаһың бит” тигән уй-орлоҡ һала. Ә бының өсөн барлыҡ шарттар бул­дырылған – махсус юлдар, юл тамғалары, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре.
Әммә һүҙем ул хаҡта түгел. Яҡшылыҡҡа яҡшы ла ул велосипед тигәндәре, тик ҡай­һы берәүҙәр йәйәүлеләрҙе бөтөнләй һан­ламай. Хатта тротуарҙа йөрөүе ҡурҡыныс булып китә — ҡапыл йән-фарман килеп сығалар ҙа тапай яҙып үтеп китәләр. Йөрәк “жыу” итеп ҡала. Улай уҡ оятһыҙ ҡыланырға ярамай ҙа баһа. Беҙ барыбыҙ ҙа — юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар. Водитель булһынмы, йәйәүлеме, пассажирмы — тәү сиратта бер-беребеҙҙе хөрмәт итергә өйрәнергә ваҡыт. Юҡһа, оло юлға сыҡһаң — машинанан, тротуарҙа велосипедтан ҡурҡып йөрөлә.






Вернуться назад