Машинаңа “айыу майы” һөртһәләр...27.06.2015
Машинаңа “айыу майы” һөртһәләр... Яңыраҡ Ҡалтасы районында йәшәгән иҫерек ир эшенә йәйәү барырға йыбанып, күршеһенең машинаһын алып ҡаса. Тик йыраҡ китеп өлгөрмәй, боролошта “тимер ат”ҡа идара итә алмай соҡорға оса. Уғры шунда уҡ ҡулға алына, әле тикшереү эше бара.


Һуңғы йылдарҙа бындай яңылыҡтарға өйрәнеп тә киттек, буғай. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, илдә 10 минут һайын бер машинаға “айыу майы” һөртәләр. Уғрылар шул тиклем камиллашҡан, хатта иң яҡшы һаналған ҡыуыуға ҡаршы системаға ла 100 процент гарантия биреп булмай. Әлбиттә, үрҙә телгә алынған осраҡтағы ише уйламайынсараҡ килеп тыуған хәлдәр йөҙгә берәү генә булыуы ихтимал. Ғәҙәттә тәжрибәле бурҙар “тимер ат”ҡа алдан уҡ күҙ һалып ҡуя.

Төп сәбәптәр:
1. Заказ буйынса ҡыуып алып китеү. Был осраҡта автомобилде ҡайтарау мөмкин түгел тиерлек. Башлыса бындай криминал бизнес менән аралашсы фирмалар шөғөлләнә.
2. Запас частарға оҙатыу. Бындай осраҡ бик һирәк. Ғәҙәттә, уғрылар машинаны һүтеү өсөн генә яҙмышын хәүеф аҫтына ҡуйып бармайҙар.
3. “Гастролерҙар”. Был ысулды башҡа төбәктәрҙән килгәндәр ҡуллана. Тик уғрылар сикте сығып өлгөрһә, машинағыҙҙы табыу күпкә ауырлашасаҡ.
4. Аҡса түләтеү өсөн. Бурҙар үҙҙәре үк, “тимер ат” хужаһына шылтыратып, аҡса таптыра.


Вернуться назад