Еңеү рухы һүнмәй27.06.2015
Еңеү рухы һүнмәй Йыл башынан районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә “Еңеү салюты” исемле акция барҙы. Ул белем усаҡтары араһында эстафета рәүешендә үтте.

Һәр көн айырым бер сараға арналды. “Обелискка юл” тип атал­ғанында уҡыусылар ауылдарҙағы һәй­кәл тирәләрен, аллеяларҙы таҙартты, ипкә килтерҙе. Икенсе юлы мәктәп балалары музейҙарға барҙы, Еңеүҙең 70 йыллығына арналған альбомдар яһау өсөн үҙенсәлекле мәғлүмәт тупланы. Акцияның өсөнсө көнө “Беҙ – тимурсылар” тип аталды – ветерандарға, тол ҡатындарға, яңғыҙ пенсио­нерҙарға ярҙам күрһәтелде.
Уҡыусылар ҡатнашлығында Бө­йөк Ватан һуғышының тарихына бағышланған брейн-ринг, хәрби тематикалы йыр-моң, поэзия менән биҙәлгән художество-музыкаль композициялар, йыр, сафҡа теҙелеү оҫталығын тикшереү кеүек саралар ҙа ойошторолдо. Бигерәк тә Әб­дрәш, Ишбулды, Хәлил, Байым ауыл­дарындағы мәктәптәр үҙенсә­лекле, бай йөкмәткеле эшмәкәрлеге менән айырылып торҙо.
“Еңеү исемдәре” тип аталған көн яуҙа ятып ҡалған, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар тураһында “Мемориал” порталынан мәғлүмәт йыйыуға арналды. Һөҙөмтәлә хәбәрһеҙ юғалған 500 һалдаттың ерләнгән урыны асыҡланды. Был йәһәттән Гусев, Әбделмәмбәт мәктәптәре, Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте.
Эстафета мәктәп йәшендәге һәр баланы йәлеп итте. Төрлө мөһим, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт туплауҙа ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәрҙең дә ярҙамы ҙур булды.









Вернуться назад