Яугир көндәлеге күпте һөйләй27.06.2015
Иҫке Яҡшый ауылында йәшәгән Йәҙилә Әхтәмова атаһын бөтөнләй белмәй тиерлек. Ул Хәтмулла Ғәйфуллин Беренсе донъя һуғышынан ҡайтҡас тыуа. Тик оҙаҡламай илгә йәнә афәт килә, һәм Йәҙиләгә ике йәш тигәндә, 1943 йылда, атаһы йәнә фронтҡа алына. Ҡәҙерле кешеһенән бер генә иҫтәлек – уның көндәлеге ҡала. Йәҙилә Әхтәмова уны китап итеп сығара.
Хәтмулла Әхтәмов заманаһы өсөн уҡымышлы кеше һанала. Мәҙрәсәлә белем ала, мулла була. 1914 йылда фронтҡа алына. Өс йыл һуғышҡандан һуң ҡулға алына. Тотҡонда ул көндәлек яҙа башлай. Яҙмаларынан күренеүенсә, бында ла юғалып ҡалмай, мөмкинлек табып сауҙа итә башлай, бер аҙ аҡса ла туплай. Алған килемен ул һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтыуға тотона. Ләкин тыныс тормош оҙаҡ һуҙылмай, йәнә фронтҡа китә. Ошонан һуң уның көндәлеге ғаилә йәдкәренә әйләнә.
Ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған яҙманы элек таныусылар байтаҡ булһа, бөгөн, әлбиттә, бындайҙар һирәк осрай. Киләсәк быуындар ҙа Хәтмулла Ғәйфуллиндың хәтирәләренән ғибрәт алһын өсөн Йәҙилә Әхтәмова көндәлекте тәржемә итергә була. Был эштә уға ауыл мәсетенең имамы ярҙам итә.
Яугир көндәлегенең тәржемәһе 500 дана тираж менән баҫылып сыҡҡан. Китапты Йәҙилә Әхтәмова балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, яҡындарына бүләк иткән. Шулай итеп, Хәтмулла Ғәйфуллиндың рухы әле лә күңелдә йәшәй.