— Гөлназ, телевидение өлкәһенә нисек килеп эләктең?
— Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында белем алған ваҡытта яҙыша башланым. “Аманат” журналының, “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе исемен алдым. Юғары кластарҙа уҡығанда “Тамыр” студияһына килдем. Телевидение менән танышыуым, ундағы эш үҙенсәлектәренә өйрәнеү шул саҡта башланды. Артабан Башҡорт дәүләт университетындағы журналистика бүлегенә уҡырға индем, әммә унда йүнләп күренмәнем дә тиерлек, сөнки I курстан уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләй башланым. Шуға ла бар белемем — тәжрибә һөҙөмтәһе.
— Тимәк, һиңә ниндәй һөнәр һайларға тип баш ватырға тура килмәгән?
— Эйе, бала саҡтан бик ҡыҙыҡһыныусан булғанмын, әсәй-өләсәйемде төрлө һорауҙар менән йөҙәткәнмен. Тап ошо сифатым мине журналистика менән бәйләгәндер, тим. Ғөмүмән, киң мәғлүмәт сараларында эшләгәндәр бар яҡлап та өлгөр, ихлас булырға тейеш, минеңсә. Ә телевидение хеҙмәте өсөн махсус белем алыу, тәжрибә туплау мотлаҡ.
— Ниндәй вазифала һәм ниндәй тапшырыуҙар өҫтөндә эшләнең?
— Хеҙмәт юлымды хәбәрсе, алып барыусы булараҡ башлап, режиссер вазифаһында дауам иттем. Проекттар байтаҡ булды, араларында киң масштаблылары — “Тай-тулаҡ” тапшырыуы һәм “Профилдәр” авторлыҡ циклы.
— Һуңғыһына туҡталып үтмәү мөмкин түгел. Был проект һине Рәсәй генә түгел, ә донъя кимәленә сығарҙы. Ошоноң кеүек ҙур эшкә тотоноуҙа нимә этәргес булды?
— 2010 йылда дауаханала ғүмерем өсөн көрәшеп, оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәрергә тура килде. Ошо осорҙа “Профилдәр” проектын булдырыу идеяһы тыуҙы. Ул яҙмыш ауырлыҡтарына бирешмәгән, көслө рухлы шәхестәргә арналды. Цикл ете документаль фильмды берләштерҙе. Геройҙарымдың тарихы мине бик тетрәндерҙе, үҙ тормошома яңыса ҡарарға мәжбүр итте. “Профилдәр”ҙең юғары баһаланыуы минең өсөн, әлбиттә, ғорурлыҡ, әммә ул фестивалдәр өсөн төшөрөлмәне. Эскерһеҙ, ихлас ниәт менән, күңел һалып башҡарған эш кенә кешене күккә күтәрә тигән фекерҙәмен.
— Ни өсөндөр һинең авторлығыңда башҡортса тапшырыуҙар иҫтә ҡалмаған…
— Ысынында башҡорт телендә тик бер генә тапшырыу сығарҙым. Минең өсөн герой, тамашасы менән йөрәк телендә аралашыу, аңлашыу мөһим. Шәхестең күңеленә асҡыс таба белеү, күңел донъяһын асыу – тәүмаҡсатым.
— Аңлауымса, уҡып бөткәс тә Мәскәүгә юлланғанһың?
— Юҡ. Өфөлә тиҫтә йыл самаһы эшләнем. Мәскәүгә иһә былтыр ғына килдем.
– Былтыр ғына?!
— Эйе, быға тиклем илебеҙ баш ҡалаһына командировкаларға ғына юл төшә ине. Барлыҡ төйөнсөктәрем менән былтыр күсендем, шулай ҙа Мәскәүгә электән ғашиҡмын. Һәр саҡ ошонда эшләгем, йәшәгем килде. Уның ығы-зығыһы, етеҙ мөхите үҙенә тартты. Өфөгә ҡайтҡан мәлдә депрессияға бирелеп, баш ҡала урамдарына һыймағандай тойҙом үҙемде. Әлбиттә, мине Мәскәүҙә икмәк-тоҙ менән көтөп торған кеше юҡлығын аңлай инем, шулай ҙа үҙемә “Әгәр мине Мәскәүгә саҡырһалар, уйлап тормай сығып китәм!” тигән ныҡлы маҡсат ҡуйҙым. Мөғжизә кеүек, ошонан һуң ике аҙна үтеүгә, тап Мәскәүҙән эшлекле тәҡдим килеп төштө. Ә бар ғиллә шунда: “Тамыр” студияһы тапшырыуымды “ТЭФИ”-ға ебәргәйне. Эшемде оҡшатҡандар, бер продюсер мине үҙенә саҡырҙы. “Тамыр”ҙа Яңы йыл әкиәтен төшөрөп бөттөм дә илдең баш ҡалаһына юлландым…
— Һәм карьераңды ниндәй каналда дауам иттең?
— Эште “РЕН-ТВ” һәм “ТВ-центр”ҙа башланым. Артабан резюмемды “Беренсе канал”дың заказдары буйынса эшләгән студияға ебәрҙем. Был юлы ла уңыш йылмайҙы — мине документалистика бүлегенә эшкә саҡырҙылар – күптәнге хыялым тормошҡа ашты.
— Ҡаршылыҡһыҙ ҙа булмағандыр бит?
— Әлбиттә! Әле генә барыһы ла еңел, матур кеүек. Иртәгә үк билет алып ҡайтып китәм тигән уйҙар, эшһеҙ, аҡсаһыҙ ултырған мәлдәр ҙә булды… Йәшәйеш бит шулай ҡоролған: шатланаһың да, көрәшәһең дә. Мәскәүҙә мин “Тормош — көрәш” тигән әйтемдең ысынбарлығына инандым. Бында барлыҡ нәмә аҡсаға ҡоролған тип әйтмәү ҙә дөрөҫ түгел, әгәр үҙ эшеңде сифатлы итеп башҡараһың икән, һин кәрәк. Хата, иғтибарһыҙлыҡ күрһәтһәң, араны өҙәләр, сөнки 11 миллион кеше йәшәгән ҡалала һиңә алмаш табыу бер ни тормай.
— Ошонан сығып, йәнә бер һорау: федераль каналда конкурентлыҡҡа бирешмәҫ өсөн үҙеңдә ниндәй сифаттар тәрбиәләү шарт?
— Бәләкәй ҡаланан мегаполисҡа сығып киткән кеше өсөн был, ысынлап та, урынлы һорау. Мәскәүҙе яулар өсөн нимә етмәй, нисек һәм ниндәй булырға кәрәк тигән фекерҙәр йыш ҡайнай ине башымда. Төп һәм хәүефле асышым — таш күңеллелек, йәғни, беҙҙеңсә әйткәндә – батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ. Әммә гелән кеше булып ҡала белеү мөһим.
— Баш ҡалаға килгәс, үҙеңдә үҫеш, үҙгәреш тояһыңмы?
— Иң ғәҙел баһа – тапшырыуҙарым. Минеңсә, алға китеш бар.
— Тыуған яҡ тарталыр бит?
— Һис шикһеҙ. Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Илсе Ғайса”ны ни өсөн тыңлап моңайыуын бында килгәс кенә аңланым. Ситтә йәшәһәм дә, башҡортса уйлайым, мөмкинлек сыҡҡан һайын туған телдә аралашам. Бәхетемдән бөгөнгәсә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләйем – Мәскәүҙә республикаға бәйле үткән саралар тураһында сюжеттар эшләйем. Башҡортомдоң тормошо менән ҡайнап йәшәүемде дауам итәм, Өфөләгенән дә әүҙемерәк. Сер итеп кенә әйтәм: әле республикаға бәйле бер нисә проект әҙерләйем.
— Федераль каналдар эшмәкәрлеге менән танышып, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының үҫеш кимәлен нисек баһалайһың?
— Милли каналыбыҙҙың халыҡ-ара бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә еңеү яулауы – берҙәм коллективтың хеҙмәт күрһәткесе. Мәскәүгә мин Өфөлә тупланған белемем менән килдем, Рәсәйҙең баш ҡалаһы ситкә типмәне. Башҡортостандан күптәрҙең был тарафҡа килеп төпләнеүе еребеҙҙәге һөнәри юғарылыҡты билдәләй. Коллективым һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, уларға оло рәхмәтлемен.
— Яҡшы режиссерға ниндәй сифаттар хас булырға тейеш?
— Һәйбәт фильм төшөрөр өсөн режиссерҙың тормош тәжрибәһе булһын тигән фекерҙе күптән ишетә инем. Олоғая килә, бының дөрөҫлөгөнә инандым (көлә). Кешегә идеяны еткерә белеү һәләте лә мотлаҡ.
– Нимә илһамландыра?
— Маҡсатлы, хыялы өсөн янып-көйөп йәшәгән кешеләр, уңыш ҡаҙанғандар. Иң ҙур һынау – үҙ-үҙеңде еңеү.
— Тормош ҡағиҙәләрең бармы?
1. Төп ҡағиҙәләрҙән сығыу. Мин системаны барлыҡҡа килтерәм дә уны яңынан емерәм.
2. Һәр саҡ изге уй-ниәттә булыу.
3. Мәғәнәһеҙлектән ҡасам, мотлаҡ маҡсат булырға тейеш.
4. Һәр минутыңды файҙалы үткәреү.
— Киләсәктә үҙеңде ниндәй итеп күҙ алдыңа килтерәһең?
— “Тамыр” студияһында эшләгәндә коллегаларым бер-береһенә “Балалыҡ тойғоһо үлмәһен” тигән теләк еткерәләр ине. Мин был фекерҙең мәғәнәһенә хәҙер генә төшөнәм, сөнки үҙемде һаман 16 йәшлек кеүек хис итәм. Ошо тойғоно киләсәктә лә юғалтмаҫҡа ине.
— Һине тағы нимәләр ҡыҙыҡһындыра?
— Фотоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһынам. Был шөғөл, минеңсә, тормошто туҡтатыу менән бер, һәм ҙур һәләт талап итә. Фотокүргәҙмәмде ойоштороу хыялы ла бар. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы саҡта телевидениены ташлап, тик фото менән шөғөлләнергә ине тигән теләк тә уянып ҡуя.
— Шәхси тормошоң, ғаиләң хаҡында ни әйтерһең?
— “Никах сәғәте һуҡһа, кейәүгә сыҡҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың”, тиҙәр бит. Минең менән дә шундай хәл булды. Өфөлә үҙемде тик эш кешеһе булараҡ таныттым, ир ҙә түгел, ҡатын-ҡыҙ ҙа түгел – режиссер. Ә ул иһә операторға ла ҡысҡырып ҡуя, водителде лә шелтәләй, геройҙар эҙләгәндә айырыуса ҡатылыҡ күрһәтә… Был осраҡта һин нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ образынан ситләшәһең. Үҙебеҙҙә бергә киноға барырлыҡ та дуҫым булманы. Ә Мәскәүгә килгәс, тәүге тапҡыр дуҫтар компанияһына эләктем һәм тап шунда үҙ йәремде осраттым.
— Үҙеңә оҡшаған һәм оҡшамаған сифаттарың?
— Бер ҡасан да үҙ-үҙемдән риза булып ултырмайым. Бик ҡыҙыҡһыныусанмын. Был сифаттарым ике яҡлы: бер яҡтан үҫешкә этәрә, икенсе яҡтан, артығыраҡ та кеүек.
Фаягөл ЮНЫСОВА
әңгәмәләште.