Ырыҫ – тырыштар ҡулында27.06.2015
Был йәштәге егеттәр, ғәҙәттә, уйынлы-ысынлы шаярып, һәр нәмәне көлкөгә бороп, һәүетемсә генә тормош алып барыу­сан, тип уйлай инем. Шулай ҙа Марсель менән сәғәт ярымдай әңгәмәләшкәндән һуң, бер килке хаталаныуымды төшөндөм: ул үҙ булмышын асыҡ тоҫмаллай.

Белем алыуҙы тыуған яғында – Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылында башлай, унан Күмертау ҡалаһындағы тау колледжында дауам итә. Автомобилдәр буйынса техник һөнәрен үҙләштерә. Биш йыл уҡып сыҡҡас, әрме сафына юллана. Мәскәүҙә хеҙмәтен тултырып ҡайтып, егет тағы ла ғилем эстәргә тотона – был юлы Маячный ҡасабаһында. 2011 йыл­да ауыл хужалығы тех­никаһы слесары һө­нә­- ренә эйә булып, көҙөн Себер тарафтарына эшкә сығып китә.
– Бер аҙ аҡса туплап ҡайтҡас, ауылда автомобиль запас частары магазины асырға булдым. Шәхси эшҡы­уарлыҡ эш- мә­кәрлеге өсөн кәрәкле ҡағыҙ-документтарҙы рәтләп, махсус вагон һатып алдым. Ошо ҙур булмаған “мөйөш”тә сау­ҙа эшен көйләп ебәрҙем, – ти Марсель Хәлитов. – Запчастарҙы заказ буйынса күмәртәләп килтереүҙе ойошторҙом.
Автомобиль хужалары өсөн бик уңайлы был кибеттең эшмәкәрлеген күпмелер ваҡытҡа һүл­пә­нәйтергә тура килә, сөнки егет өйө янында ҙур төҙөлөш ойоштора. Май­ҙаны ун икегә ете квадрат метрлыҡ бинаның бер өлөшөнә магазинды күсе­рергә, икенсеһендә автомобилдәрҙе хеҙмәт­лән­дереү үҙәге асырға ниәтләй Марсель. Әлегә яңы “йорт”тоң түбәһен ябырға һәм ваҡ-төйәк эшен тамамларға ҡалған.
Марселдең эшлекле мәшәҡәттәре бының менән генә тамамланмай. Олатай-өләсәһенә, ата-әсәһенә бүлеп бирелгән пай ерҙәрен үҙҙәренә рәсми­ләштереп, уларҙа иген дә үҫтерә ул.
– Сәсеүҙе, тупраҡты эшкәртеүҙе яйлап рәткә һалдыҡ. Был эштәрҙә беҙгә ауылдағы фермерҙар йәмғиәте ярҙам күрһәтте, уларға рәхмәт. Пай ерен колхозға биргәнсе, үҙең ҡулланыу яҡшы. Йыйылған игенде хөкүмәткә тапшырабыҙ, тырыш хеҙмәттән байтаҡ килем алырға була, – ти әңгәмәсем.
Тормошта ниндәй генә аҙым булмаһын, һәр ҡайһыһын төплө уйлап, ҡабаланмай эшләргә ярата ул. Үрге Баба ауылы янындағы ташландыҡ быуаны рәтләп, тәрбиәләп, халыҡ өсөн уңайлы ял, балыҡ тотоу урынын ойоштороуға ла етди әҙерләнгән. Алда әйтеп үткән махсус вагонды быуа эргәһенә ултыртып, һыуҙа балыҡ, ҡаҙ үрсетергә ниәтләй. Үрге Баба әллә ни ҙур ауыл булмаһа ла, халҡы ихлас ризалаша, ҡасан балыҡҡа йөрөй башлаһаҡ була, тип һораша. Ошо берҙәм маҡсатты тор­мошҡа ашы­рырға тигәндә, урындағы етәкселек вәкилдәре быуалағы тор­баларҙы соҡоп алып китә. Әлбиттә, торбаһыҙ, ике ерҙән ҡаҙылған таш­ландыҡ быуаны рәткә килтереү эше күпкә ҡатмарлаша...
– Үрге Баба халҡы менән ара­лашҡанда уларҙы борсоған мәсьә­лә­ләр хаҡында һораштым. Ауылда быуаттай ваҡыт элек мәсет төҙөлөүе, уның Совет власы осоронда еме­ре­леүе асыҡланды. Иң мөһиме – борон­ғолар мәсеттәге китаптарҙы юғалтмаҫ өсөн ҡоҙоҡҡа күмгән булған, һәм яҙмалар әле булһа шунда һаҡлана икән. Быуанан алынған килемдең күпмелер өлөшөн уларҙың ошо изге ниәтен тормошҡа ашырыуға – мәсетте төҙөкләндереүгә, китаптарҙы тергеҙеүгә то­тона­саҡмын, тип һүҙ бирҙем, – ти Марсель.
Уның олатаһының олата­һы Рыҫҡужа Хәлитов заманында хәлле, ғилемле, хөр­- мәт­ле ир-уҙаман була. 200-ләгән баш ат тота, Ырым­бурҙа Каруанһарайҙы төҙөү­ҙә ҡатнаша. Яҡшембәт ауылында мәсет булмай, олатаһы халыҡ менән төҙөлөштө башлай. Марсель дә үҙен ошо изге бурысты тормошҡа ашырырға бурыслы тип һанай, уныңса йәшәйештә иң тәүге урында рухи ҡиммәттәр, ихлас мө­нәсәбәттәр, инсафлыҡ то­рорға тейеш. Киләсәктә бал ҡорттарын үрсетеп, умар­тасылыҡ менән шөғөлләнеү ниәте лә бар.
Тағы ла нимәләр менән шөғөлләнә икән егет, “буш ваҡыт” төшөнсәһе уға танышмы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, өйҙә­ге ваҡ һәм күп ваҡытты алған эштәрҙе өнәп етмәйем, миңә ҙурыраҡ, етди мәсьә­ләләр менән булышыу оҡшай. Төр­лө мөмкинлектәрҙе файҙа­ланып, ваҡыттың һәр мину­тын файҙалы үткәреү яҡлымын. Мәктәптә уҡыған саҡта ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләндем. Ҡарағужаҡ Бешеүле бейҙән башланып киткән шәжәрәбеҙҙе төҙөнөм, райондың “Юшатыр” гәзите призына лайыҡ булдым. Үҙем – Ҡарағужаҡ бейҙең 14-се быуын ейәнемен. Ҡурайыбыҙҙы, милли көрәште лә онотмайым. Бала саҡтан олатай-өләсәйҙәрҙең өлгөһөндә изге китаптың бер нисә сүрәһен ятлап белдем, әле лә уҡыйым, ҡулланам. Ғөмүмән, дини талаптарға ыңғай ҡараштамын, ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе даими үтәйем, – тине был һорауыма.
Йәштәргә әйтер һүҙе лә бар егеттең:
– Көсөбөҙ, шарттар булғанда, тырышып йәшәйек. Ауыл ерендә эш күп, аҡса аяҡ аҫтында, теләк кенә кәрәк. Батыр, ғилемле булһындар! Ғәҙел, иркен мөхиттә йәшәргә яҙһын!
Әңгәмә барышында Марселдән буласаҡ тормош иптәшен ниндәйерәк итеп күрергә теләүе менән дә ҡыҙыҡһындым. Күркәм холоҡло, ышаныслы, тоғро булыуын, тип яуапланы йәш эшҡыуар.




Вернуться назад