Был мөхиттә йәнләнмәҫлек түгел27.06.2015
Был мөхиттә йәнләнмәҫлек түгел Республиканың уҡыу алдынғылары Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү йүнәлешендә Чехов исемендәге шифахана ауылында ойошторолған “Йәйләү” лагерында ял итеп ҡайтты.

Башҡортостан мәғариф министрлы­ғы­ның Милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәт­тәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Мөхәмәт­йәнова әйтеүенсә, “Йәйләү”ҙә, ғәҙәт­тәгесә, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә, улар­ҙың һәләтен асыуға айырыуса иғтибар бүленгән.
– Һәр баланы ниндәй ҙә булһа сарала төп герой итергә тырыштыҡ, – ти смена етәксеһе Әлимә Салауатова. – Әлбиттә, лагерға килгән балаларҙың һәммәһе лә әүҙем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кемдер тулыһынса асыла алмай. Иғтибарҙы арттырған хәлдә иһә уларҙың лидерлыҡ сифаттары асыҡ тойомлана.
Дим буйының хозур тәбиғәте, һулап туйғыһыҙ саф һауаһы ла малай һәм ҡыҙҙарға оҡшаған да, килешкән дә. Нәҡ ошонда бөйөк яҙыусы Антон Чеховтың булып киткәне, һаулығын нығытҡаны күп нәмә тураһында һөйләй. Әйткәндәй, балалар ижадсының йортон инеп күргән, “Лукоморье” тип аталған йәнле мөйөш тә уларҙың яратҡан урынына әйләнгән.
Был мөхиттә йәнләнмәҫлек түгелТәрбиәсе Шәүрә Әбсәләмова билдә­ләүенсә, спорт һәм зирәклекте һынау уйындары, республикабыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын тәрәндән өйрәнеүгә арналған саралар матур үткән. Ырыуҙар үҙ-ара ярышҡан, “Йәйләү батыры” асыҡланған, һабантуй ойошторолған. Әҙәбиәт йылы уңайынан әҙиптәр менән дә осрашҡан уҡыусылар. Вожатый Инсаф Йәмилев “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Әйткәндәй, 2012 йылда ул ошо конкурста гран-при яулағайны.
Милләттәштәребеҙ күпләп ғүмер иткән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Мәскәүҙән, Татарстандан да уҡыу ал­дынғылары саҡырылған. Мәҫәлән, Ҡурған өлкәһендәге Сафакүл районының Баязит ауылынан килгән Виктория Икрамова тәүге көндән үк үҙен әкиәт донъяһын­дағылай хис иткәне, көн дә рәхәтләнеп башҡорт телендә аралашыуы, милли уйындарҙа теләп ҡатнашыуы, һәйбәт әхирәттәр табыуы хаҡында һөйләне. Ырымбур ҡыҙы Розания Ғайсина иһә Чехов эҙҙәре буйлап йөрөүе менән ғорурлана, тыуған яғына ҡайтҡас, ижад­сының Башҡортостанға килеү тарихын тәрәнерәк өйрәнмәксе. Ҡырғыҙстан ҡунаҡ­тары Адина Бикжанова, Гульназик Абдимиталипова, Ҡайрат Джолдошев һәм Айзада Абдудаеваға ла ял оҡшаған.






Вернуться назад