Күркәм эш ыраһын26.06.2015
“Башҡортостан”дың тоғро дуҫтарының береһемен. Яратҡан баҫмамдың бер һанын ғына ла уҡымай ҡалдырһам, күңелемә нимәлер етешмәгән кеүек. Почта ташыусыны түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ.

Редакция хеҙмәткәрҙәренә халыҡты илдәге, донъя­лағы хәлдәр менән ентекле таныштырып торғандары өсөн ҙур рәхмәт еткерәм. “Башҡортостан” респуб­ли­ка­быҙҙың мәҙәниәтен, иҡтисадын, ижтимағи-сәйәси тормошон, бүтән өлкәләрҙе даими яҡтырта. Һуңғы ва­ҡыт­та күптәрҙе, бигерәк тә ауыл халҡын ҡыҙыҡһындырған тема – шәхси ерҙәрҙе файҙаланыу – тураһында яҙмаларҙың йыш баҫылыуы ҡыуандыра. “Иман” махсус битен тормошсан кәңәштәре өсөн оҡшатам. Киләсәктә лә был эш матур дауам итһен ине.




Вернуться назад