Йылға-күлде сүп-сар биҙәмәй26.06.2015
Башҡортостанда “Йылға-күлдәребеҙгә — таҙа яр” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы өмәләр уҙғарыла. Сүп-сарҙан таҙартыу саралары июль уртаһына тиклем дауам итәсәк.

Ирекмәндәр республикабыҙҙың 30-ҙан ашыу ра­йо­нындағы ҙур һәм бәләкәй йылға-күлдәрҙә, “Мо­ра­ҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы биләмәһендә, Пав­ловка һыу һаҡлағысында эшләргә уйлай. Дөйөм алғанда, сүп-сарҙан таҙартыу акцияһы Рәсәйҙең 80 төбәгендә уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүен­сә, 6 миллион квадрат метрҙан ашыу майҙанды йыйыштырыуға 20 меңдән ашыу кеше сығасаҡ. Акцияла йәмәғәт ойошмалары, коммерция компаниялары вәкилдәренең, йәштәрҙең, уҡыусыларҙың, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең, экология үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ ябай халыҡтың ҡатнашыуы көтөлә.





Вернуться назад