Ағиҙел ярҙамһыҙ ҡалмаҫ26.06.2015
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт комиссияһы ултырышында төбәк иҡтисадын үҫтереү һәм социаль хәлде яҡшыртыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов бөгөн төҙөлөш тармағында ниндәй үҙгәрештәр барыуы хаҡында һөйләне.
– Әлеге йылдың биш айында ғына республикала 881 мең квадрат метр майҙан торлаҡ сафҡа инде. Былтырғы осор менән са­ғыштырғанда, был 19,9 процентҡа күберәк. Ошо күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында икенсе урында торабыҙ, – тип белдерҙе ул.
Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш материалдары етештереү күләменең бер аҙ кәмеүенә лә борсолоуын йәшермәне Хәлит Мәхмүтов. Был иһә торлаҡҡа ихтыяждың ҙур булмауына бәйле.
Бәләбәй “Автонормаль” заводының бөгөнгө торошо хаҡында ла һүҙ барҙы. Әлегә уның ҡеүәте әллә ни шатланырлыҡ түгел, ләкин предприятиеның финанс хәлен яҡшыртыуҙы республика етәкселеге иғтибар үҙәгендә тота. Ошо йәһәттән билдәләнгән пландар һәм башҡарылған эштәр тураһында ентекле сығыш булды.
Ағиҙел ҡалаһының киләсәге лә күптәрҙе борсой. Шуға уның социаль-иҡтисади үҫешен хәстәрләүгә Хөкүмәт комиссияһы ултырышында айырым иғтибар бүленде.



Вернуться назад