Батшалар ризығын – баҙарға26.06.2015
Батшалар ризығын – баҙарға Приют ҡасабаһында газ етештереү заводы операторы булып эшләгән Николай Тихоновты белмәгәндәр һирәк. Хеҙмәттәштәренә ҡарата ихтирамлы, ярҙамсыл булғаны, етәкселек менән төрлө уй-хыялдарын ихлас уртаҡлашҡаны, һәр йәһәттән яҡшы өлгө күрһәткәне өсөн коллективта абруйы ҙур уның. Кемдер шаяртып, “беҙҙең Коля газ мәсьәләһендә һыуҙағы балыҡ шикелле”, ти икән, был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә, кинәйә лә бар. Завод эшсеһе бер заман фермер булып китер, балыҡсылыҡ тармағына тотонор тип кем уйлаған?!

– Йәрмәкәй районындағы Кожай-Максимда тыуып үҫтем, шуға ла күңелем һәр саҡ ауылға, ергә тартыла.Ҡасабала йәшәй-йәшәй фатир шарттары ялҡытып китте: ҡайтып инәһең – дүрт стена, эшкә киткәндә лә һине улар ғына оҙатып ҡала, – тип мәрәкәләп һөйләй крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Николай Сергеевич. – Ыҡты иҫәпкә алмағанда, беҙҙең яҡта оло йылғалар юҡ, уның ҡарауы, шишмәләр аҙым һайын тиерлек осрай. “Ә ниңә балыҡ үрсетеп ҡарамаҫҡа?” тигән уй үтте бер көндө баштан. Ҡатыным да дәртләндергәс, артҡа аҙым юҡлығын аңланым. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ...
Тәүҙәрәк һағайып, унан инде һынап ҡарағандар уға, ә эше яйға һалынғас, эшҡыуар тип таный башлағандар. Михайловка ауылынан йыраҡ түгел бер урында, Ыҡ йылғаһына ҡойған исемһеҙ шишмә янында үҙенең хужалығын булдырған ул. Маҡсаты – бағыр үрсетеү. “Ни өсөн балыҡтың нәҡ ошо төрөн һайлаған, ә бер ҙә суртанды, сабаҡты түгел?” – тиерһегеҙ. Әңгәмәсем әйтеүенсә, ундай балыҡтар йылға тулы, ә бына “батшалар аҙығы”н көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табырмын тимә.
Николай Сергеевич шишмәне бер нисә урындан быуып, ятыу эшләгән, һуҡмаҡ һәм селтәр һалыу өсөн буш ятҡан мискәләрҙе файҙаланған. Бына бит, башты эшләтһәң, әллә ни сығым да талап ителмәй. Шуны ла иҫәпкә алған: бағыр өсөн һыуҙың температураһы 7 градус йылылыҡтан юғары күтәрелмәҫкә тейеш икән.
Фермер белдереүенсә, мәшәҡәтле булһа ла, балыҡсылыҡ – бик ҡыҙыҡлы һәм табышлы тармаҡ. Һуңғы ваҡытта күмәртәләп һата Николай Тихонов тауарын. Башҡортостандан тыш, Пермь крайынан, Татарстандан һәм Сыуаш Республикаһынан да киләләр балыҡ алырға.
“Тихонов” крәҫтиән (фермер) хужалығында Йәрмәкәй һәм Бишбүләк райондарынан бер нисә кеше эш тапҡан. Мәҫәлән, Сергей Трофимов өсөн был – яңы шөғөл. “Теләк булғанда, тырышҡанда, ауыл ерендә лә ғаиләне ҡарау, хатта етеш йәшәтеү мөмкин”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты балыҡсы.









Вернуться назад