Әл-хәмдү лил-ләһ, изге Рамаҙанға аяҡ баҫтыҡ. Был айҙа яҡты уй-хыялдар, теләктәр тормошҡа ашыр, гонаһтар ярлыҡаныр, иншаллаһ. Мәрхәмәтле, шәфҡәтле булайыҡ, бер-беребеҙгә яҡшы һүҙҙе йәлләмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Арабыҙҙа изгелек таратып йәшәгән кешеләргә лә йылы тойғоларҙы еткерергә ваҡыт табайыҡ. Мин үҙ сиратымда һеҙгә хөрмәтле ҡәрҙәшебеҙ Салауат хажи Яппаров тураһында һөйләмәксемен.Ете йәшендә атайһыҙ ҡала ул. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, әсәһе, ике һеңлеһе өсөн ҙур терәк-таянысҡа әйләнә. Ауырлыҡтарға бирешмәй, йомшаҡ күңеллелеген, миһырбанлығын юғалтмай.
– Мөхәммәтсәлим олатайым диндар кеше булған, – тип һөйләне бер мәл Салауат хажи. – Ауылдаштарын Ислам ҡанундары буйынса йәшәргә әйҙәгән, доға ҡылырға өйрәткән. Әсәйемдең дә төнөн сүрәләр уҡығанын ишетеп үҫтем. Шул ваҡытта уҡ кешеләрҙе Аллаһҡа яҡынайтҡан изге йорт төҙөргә үҙемә һүҙ биргәйнем.
Хыялын тормошҡа ашырыуға бөтөн көсөн һала Салауат Миҙхәт улы. Бөгөн ул төҙөткән иман йорттары Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған, Талас ауылдарын – әсәһе менән атаһы тыуған төйәктәрҙе – биҙәй. Халыҡтың ҡыуанысының сиге юҡ. Айырыуса аҡһаҡалдар Салауат хажиҙы маҡтап туймай.
– Беҙҙе бер ваҡытта ла онотмай, хәл белешеп тора, – тиҙәр. – Ауылдағы бер сара ла Салауаттың ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Әлеге мәсеттәрҙә теләге булған балаларға йәйгеһен Ислам нигеҙҙәре өйрәтелә. Салауат Миҙхәт улы төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен саҡырып, улар менән йәш быуын вәкилдәре араһында фәһемле осрашыуҙар ойошторорға ла ваҡыт таба.
Диндар яҡташыбыҙ бер нисә йыл элек хаж ҡылды. Әйтеүенсә, сәфәрҙә сағында күңелендә күптән йөрөгән йәнә бер изге хыялын – Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Мөхәммәтсәлим” мәсетен төҙөүҙе – тормошҡа ашыра башларға ныҡлы ҡарар иткән. Һөҙөмтәлә Ҡаранай Моратов урамында яңы иман йортона нигеҙ ташы һалынды. Мәсетте төҙөй башлау уңайынан уҙғарылған тантанаға Бүреҡаҙған, Талас ауылдарының халҡы тотош тиерлек килеп, яҡташына изге теләктәрен еткерҙе, уңыш теләне, бар хәленсә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
– Аллаһ һәр саҡ беҙҙең менән, – ти Салауат Миҙхәт улы. –Күңелеңдә миһырбанлыҡ булһа, тормош асылын аңлап, яҡындарыңа, эргә-тирәңдәге кешеләргә изгелек өләшеп йәшәһәң, Раббыбыҙ, ысынлап та, бәрәкәтен бирә. Донъяға беребеҙ ҙә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ. Ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, матур йәшәргә тырышырға кәрәк.
Яҙмамдың һуңында фәһемле хикәйәтте иҫегеҙгә төшөрөп уҙайым. Бөйөк Сөләймән батша, ғүмере бөтөп барғанын тойоп, ғәскәр башлығын саҡыртып алған һәм аманатын әйткән. “Табутымды Ғосман империяһының иң яҡшы табиптары күтәреп барһын, – тигән. – Китеп барғанда ергә туҡтауһыҙ алтын аҡса, ҡиммәтле таштар һипһендәр. Шулай уҡ минең ҡулдарым табут ситенән һәленеп барһын, быны һәр кем күрһен”. Ғәскәр башлығы бындай талапты ишетеп, аптырауға ҡалған. Сәбәбен һорашҡас, солтан шулай тип яуап биргән: “Табутымды иң яҡшы табиптар күтәреп барғанын күргән халыҡ хатта уларҙың да үлем алдында көсһөҙ икәнлеген аңлаһын. Ергә һибелгән алтын аҡса, ҡиммәтле таштар иһә байлыҡтың фани донъяла ҡалғанын, уны үҙең менән алып китеү мөмкин түгеллеген төшөндөрөр. Табуттан һәленеп барған ҡулдарымды күреп, халыҡ хатта батшаның да баҡыйлыҡҡа буш, бер ниһеҙ юлланғанын белһен”.
Ысынлап та, барыһы ла ерҙә ҡала. Изге ғәмәлдәрҙе, яҡшылыҡты күберәк ҡылайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Арабыҙҙа Салауат хажи Яппаров кеүектәр күберәк булһын, иншаллаһ.