Булмаған фатирҙар һатыла18.02.2012
Башҡортостанда күсемһеҙ милек баҙарында мутлыҡ ҡылыу — ярайһы уҡ киң таралған күренеш. Был тармаҡтағы барлыҡ енәйәттәр ҙә ҡануниәттәге аңлашылмаусанлыҡтарға нигеҙләнгән. “Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ милек баҙарында профессиональ ҡатнашыусылар” ассоциацияһы рәйесе Алексей Щежин матбуғат конференцияһында ошо хаҡта һөйләне.
Уның фекеренсә, халыҡтың хоҡуҡи белеменең түбән булыуы — торлаҡҡа бәйле мутлыҡ ҡылыуҙарҙың төп сәбәбе.
— Кешеләр бер үк хатаны ҡабатлай, алдаҡсыларҙың ҡармағына эләгә, — тине ул. — Бөгөн юридик яҡтан белем туплау бик мөһим. Тейешле мәғлүмәтте алыу өсөн әллә ни көс һалырға ла түгел, теләк кенә булһын.
Күсемһеҙ милек баҙарында ялған документтар киң таралған, оло йәштәге милекселәрҙең хоҡуғы боҙола. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тәңгәлендә етешһеҙлектәр айырыуса күп. Халыҡ арзан хаҡҡа алдана.
— Күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау өсөн төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуға граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеүҙең законлы дүрт ысулы булыуын хәтерҙә тотоу зарур, — тине Алексей Щежин. — Улар — Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы Федераль законға ярашлы эш итеү, аҡса туплау һәм торлаҡ төҙөү кооперативтары менән хеҙмәттәшлек, шулай уҡ торлаҡ сертификаттары һатып алыу. Бынан тыш, Теркәү палатаһында тейешле теркәү үтмәгән договорҙың ғәмәлгә яраҡһыҙ булыуын иҫтә тоторға кәрәк. Теркәлгәнгә тиклем фатир өсөн аҡса таптыралар икән, бының мутлыҡ булыуы ихтимал.
“САН” күсемһеҙ милек агентлығының генераль директоры Рөстәм Камалов билдәләүенсә, башҡа төрлө алдау осраҡтары ла бар. Мәҫәлән, тәҡдим ителгән торлаҡ хаҡы баҙарҙағынан түбәнерәк. Теркәлгән кешеһе булыуға ҡарамаҫтан, фатирҙы ышаныс ҡағыҙы буйынса һатыу — киң таралған күренеш. Ҡайһы берәүҙәр булмаған фатирҙы һатып ала. Мутлашыусылар үҙҙәренең ҡорбанына ысын төҙөлөш менән бер ниндәй уртаҡлығы булмаған проекттарҙы күрһәтә. Ябай халыҡ, уларға ышанып, фатир хаҡын кисекмәҫтән түләп йәнә алдана.
Рәсүл ХӘМИҘУЛЛИН.


Вернуться назад