“Ян-яғымда тора ҡарауыл...”26.06.2015
Мәғариф тармағында барған өҙлөкһөҙ реформаларҙың “туҡмаҡ башы” күберәк йәш быуынға төшә. Ҡулайлаштырыу, яңыртыу, БДИ...

Бер нисә йыл элек бала зары тураһында шундай шиғыр юлдары яҙғайным:
Иртән тороп БДИ-ға килдем,
Йөҙ саҡрым – алыҫ ара ул.
Ингәс, бәҙрәфкә лә барып булмай –
Ян-яғымда тора ҡарауыл.
Имтихан түгел был, ә ҡайғы-хәсрәт,
Йөрәгемдә ҡалыр яра ул.
Ысынлап та, ҡайһы бер урындарҙа баланы иртүк уятып, мәктәп автобусында йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенә БДИ тапшырырға ебәрәләр. Унда барып инеү менән тентеү башлана, әйтерһең дә, һынау бирергә килгән уҡыусы ҙур енәйәт ҡылған. Ошондай шик белдерелгәндә, яҡшы кәйеф тураһында һүҙ булыуы мөмкинме?!
БДИ-ның тағы бер үҙенсәлеге бар: уҡыусы юғары балл йыйһа, уны ялғанлыҡта, күҙ буяуҙа ғәйепләй башлайҙар. Ә инде кире осраҡта педагогка “сифатһыҙ белем бирә” тигән мөһөр һуғыла. Шуға күрә урта кимәлдә ҡалыуың отошло һанала. Иң ауыры шул: халыҡтың БДИ-ға ышанысы кәмене. Был – үтә хәүефле хәл, сөнки йәмғиәт элек-электән мәғарифҡа ҙур ышаныс менән ҡараған, уға таянған. Ә беҙҙең белем биреү тармағы донъя кимәлендә һәр саҡ иң алдынғыларҙан һаналды. Мәҫәлән, беренсе булып Йыһанға космонавт осороуыбыҙ шуның һөҙөмтәһе түгелме?!
Күптән түгел Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, Брест ҡәлғәһен һаҡлаған, мәғарифҡа тоғро хеҙмәт иткән Ришат ағай Исмәғилев менән һөйләшеү форсаты тейҙе. Уның улдары – фән докторы, профессорҙар, ейәндәре лә изге юлды дауам итә. Ошо бер ғаилә миҫалынан ғына күренеүенсә, беҙҙең Совет мәктәптәре кешегә һәйбәт белем һәм тәрбиә бирә алған. Төпкөл ауылдар ҙа илгә, республикаға күпме ғалим үҫтерҙе!
Мәғариф тармағы элек-электән йәмғиәттең тотҡаһы булды, үҫеш белем биреүҙең кимәле менән баһаланды. Әле иһә был тармаҡ лайыҡлы, тормошсан ҡарашҡа мохтаж.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.



Вернуться назад