“Әйҙә әле, уйна гармуныңды – үҙәктәрҙе өҙһөн моңдары!”26.06.2015
“Әйҙә әле, уйна гармуныңды – үҙәктәрҙе өҙһөн моңдары!” Ауыл мәктәпһеҙ генә түгел, клубһыҙ ҙа йәшәй алмай. Халыҡты туплаған, рухи аҙыҡ биргән изге урын бит ул. Ошоно иҫәптә тотоп, замандың ауырлығына ҡарамайынса, күптәр мәҙәниәт усаҡтарын һаҡлап ҡалырға тырыша. Ошондай рухлылар рәтенә Йылайыр районы етәкселеген дә индерергә мөмкин. Былтырғы эш һөҙөмтәләрен байҡағанда, бында байтаҡ ауыл клубы яңыртылды, ҡайһы берҙәренә ремонт яһалды, сәхнә кейемдәре тектерелде. Һәр ерҙә төрлө сара ойошторола, яңы таланттар асыла, онотолған йолалар тергеҙелә.
Былтыр ҙур ҡыуаныс та кисерҙе йылайырҙар: Ҡашҡар клубы директоры Зарифа Юламанова республикала иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы хеҙмәткәре булып танылды. Уның эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу, хеҙмәт алымдарын өйрәнеү һәм халыҡҡа күрһәтеү маҡсатында йырлы Йылайырға юлландым.


Халыҡты туплауы
еп-еңел!


– Беҙҙә талантлы, берҙәм халыҡ йәшәй, шуға эшләүе лә күңелле, – тип ҡаршыланы Зарифа Юламанова.
– Ә уларҙы бергә туплауға нисек өлгәшәһегеҙ, сараларға йәлеп итеүе ауыр түгелме?
– Еп-еңел!
Әлбиттә, Ҡашҡарҙа талантлы халыҡ йәшәгәне хаҡында белә инем, әммә уларҙы сәхнәлә күреү бәхете теймәгәйне. Шуны ла өҫтәргә кәрәк: бында 2011 йылда асылған мәҙәниәт йортона күрше Исҡужа ауылы халҡы ла йөрөй, сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Ҡашҡар клубы коллективында, дирек­тор­ҙан тыш, баянсы һәм аккомпаниатор Ғиззәт Моталлапов, “Умырзая” халыҡ ансамбле етәксеһе Әлфиә Теләүшина, шулай уҡ йыйыштырыусы Миңзәлә Сың­ғыҙова, йылытыу системаһын контролдә тотҡан һәм сәхнәне биҙәү менән шө­ғөлләнгән Фаил Юламанов эшләй. Ҡайһы берҙәре ярты ставкаға ғына хеҙмәт итһә лә, зарланыусы юҡ, бурыстарын ихлас башҡаралар.
“Әйҙә әле, уйна гармуныңды – үҙәктәрҙе өҙһөн моңдары!”Зарифа Ишғәле ҡыҙының эш көнө хеҙмәттәштәре менән һөйләшеүҙән башланды. Етеп килгән байрамға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелгәс, етәксе был йәһәттән ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында ауыл хакимиәтенә юлланды. Әйткәндәй, башлыҡ Рафиҡ Алғу­шаев мәҙәниәт йортона һәр ваҡыт ихлас ярҙам итә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙең дә “төйөрөн” урында сисергә тырыша.
Өйөндә иртәнге эштәрҙе тамамлағас, ауыл халҡы бер-бер артлы клубҡа йыйыла башланы. “Берәй сара үткәреләме икән?” тип уйлап та өлгөрмәнем, Зарифа Ишғәле ҡыҙы:
– Бөгөн “Умырзая” репетицияға йыйыла, – тип белдерҙе. – Әйҙәгеҙ, улар менән таныштырайым.
Ғүмерен зая үткәрмәй “Умырзая”

Фольклор ансамбленең етәксеһе Әлфиә Теләүшина әйтмешләй, “Умырзая” ағзалары репетицияға, эшкә килгәндәй, ваҡытында йөрөй. Араларында ирле-ҡа­тынлылар ҙа байтаҡ: Фәрзәнә менән Ильяс Тусалиндар, Зөбилә менән Яңы­бай, Рәйлә менән Әсҡәт Юлгилдиндар, Дилбәр менән Сәлмән Теләүшиндар, Римма менән Камил Рәхмәтуллиндар, Сөмбөл менән Ғиззәт Моталлаповтар, Зарифа менән Фаил Юламановтар. Уларҙан тыш, Яңылбикә Баязитова, Ғәлиә Рәхмәтуллина, Хәжәр Юлгилдина, Зәкиә Баязитова, Рәхимә Юламанова, Фәйрүзә Зөлҡәрнәева кеүек оҫталарһыҙ ансамблде күҙ алдына ла килтереп булмай.
“Әйҙә әле, уйна гармуныңды – үҙәктәрҙе өҙһөн моңдары!”“Умырзая”лар былтыр, “Яратам һине, тормош!” республика фестиваленең йом­ғаҡлау концертында ҡатнашып, “Иң яҡшы фольклор коллективы” номинацияһында еңеү яулаған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтағы “Ашҡаҙар таңдары” байрамында даими ҡатнаша, районда уҙған барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай улар. Гелән яңылыҡҡа ынтылған, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йырҙарҙы өйрәнеүҙән туҡтамаған, үҙҙәре таҡмаҡ сығарған һәләтле, ныҡышмал “умырзая”ларҙы һәр ерҙә ҡыуанып ҡаршы алалар, сығыш­тарын алҡышҡа күмәләр.
– Ансамбль ағзалары төрлө идея менән янып йәшәй, – ти етәксе Әлфиә Теләүшина. – Репетицияға һәр кем үҙ фекере, тәҡдиме менән килә. Барлыҡ мәсьәләне уртаға һалып һөйләшәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ. Ошондай алым менән эшләгәндә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин.
Зарифа Юламанова ауылдың йөҙөк ҡашына әйләнгән ансамблде ярҙамдан айырмай, уларҙың репетицияһында ҡатнашып, теләктәрен әйтә, бейеү алымдарын өйрәтә. Ғөмүмән, бында эш “һинеке” һәм “минеке” тип айырылмай, барыһы ла уртаҡ. Ошондай ихлас, яҡшы күңелле ҡашҡарҙарҙың сығыштарын ҡарап, “Артистарың ары торһон!” тип уйлап ҡуяһың.

Күпме көс, түҙемлек кәрәк...

“Әйҙә әле, уйна гармуныңды – үҙәктәрҙе өҙһөн моңдары!”“Умырзая”лар ҡайтып та өлгөрмәне, клубҡа Зарифа Юламанова етәкселек иткән “Гәлсәр” һәм “Йондоҙсоҡтар” ансамблдәрендә шөғөлләнгән ҡыҙ һәм малайҙар йыйыла башланы. Йырларға ла, бейергә лә өйрәтә уларҙы мәҙәниәт йорто директоры.
– Сәхнәлә иң мөһиме – үҙеңде дөрөҫ тотоу, – тине йәштәргә Зарифа Ишғәле ҡыҙы. – Йырлағанда тамашасыны күрергә, шул уҡ ваҡытта бер-берегеҙҙе ишетергә тейешһегеҙ. Һәр кем үҙенсә сығыш яһарға тырышһа, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп булмай.
Төрлө кәңәш биреп, Зарифа Ишғәле ҡыҙы “Йондоҙсоҡтар” ансамбле малай­ҙары менән байтаҡ тир түкте. Сығышты тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итеү өсөн күпме көс, түҙемлек талап ителә икән! Шуныһы иғтибарға лайыҡ: балалар остазының һәр һүҙен иғтибар менән тыңлай, уның һәр ҡарашын тоя, ым-ишараһына өйрәнеп бөткән.
Әйтеүҙәренсә, мәктәптә Дәүләткирәй Нәҙерғолов етәкселек иткән “Ынйылар” фольклор ансамбле эшләй. Ауылдағы мәғариф учреждениелары менән мәҙә­ниәт йорто араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Мәктәптә тамаша залы булмағас, кисәләрҙең барыһы ла клубта үтә, хатта балалар өсөн дискотекаларҙы ла Зарифа Юламанова үҙе ойоштора.

Йәштәр йәйҙе биҙәй

“Шәмбе ауылға ҡайтҡан йәштәрҙе клуб­та ат башындай йоҙаҡ ҡаршылай, шун­лыҡтан улар буш ваҡытын нисек үткәрергә белмәй, эсә” тигән һүҙҙәрҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ауылда ишетергә тура килә. Ә ҡашҡарҙар был йәһәттән дә бәхетле: мәҙәниәт йорто ишеге гелән асыҡ. Ялға ҡайтҡан йәштәр өсөн бихисап сара үткәрелә. Былтыр йәй улар үҙҙәре концерт әҙерләп, ауылдаштарын ғына түгел, эргә-тирәләге халыҡты ла шатлан­дырған. Быйыл да дәртле бе­йеүҙәре, йыр-моңо менән ҡыуандырмаҡ­сылар. Зарифа Юламанованың талабы ул.
Берәүгә талантты бирһә бирә бит Хо­ҙай Тәғәлә! Сәхнәлә һандуғастай йырлаған, рәхәтләнеп бейегән, гармун уйнаған, йөҙөнән нур бөркөлөп торған Зарифа Ишғәле ҡыҙын күргән һәр кем был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә йәнә бер ҡат инаныр. Талантлы ханымдың ире лә сәнғәтте ярата. Ғаиләлә йыр-моңға ғашиҡ ике малай үҫә.

* * *

Һәр йорттоҡо кеүек, мәҙәниәт усаҡ­та­рының да хужаһы булырға тейеш. Учреж­дениеның яҙмышы уның тырышлығына бәйле. “Ауылдарҙа клуб ябыла!” – тип лаф орорға түгел, ә Зарифа Юламанова кеүек тынғыһыҙ хеҙмәт итеү, халыҡ араһында булыу, һәр быуын вәкиленә иғтибар бүлеү мөһим. Шул саҡта ауылдарға ҡот, йәм инер, моң ҡайтыр.


Вернуться назад