ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ26.06.2015
Барыһына ла түгел

Өс бала тәрбиәләйем һәм ун ете йыллыҡ эш стажым бар. Хаҡлы ялға 50 йәштән китә аламмы?

Зәлифә.

Миәкә районы.

Биш бала тапҡан йәки инвалид сабый тәрбиәләгән ҡатын ғына 50 йәштән пенсияға сығыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, уның ун биш йыллыҡ эш стажы булырға тейеш (2001 йылдың 17 декабрендә ҡабул ителгән 28-се Федераль за­кондың 28-се статьяһындағы 1-се пункт).

Ћәр осор
иҫәпкә алына


“Хеҙмәт ветераны” исемен алыу өсөн стажым етеңкерәмәй. Љасандыр ярты ставкаға эшләп йөрөгән ваҡытымды ҡушып ебәрергә мөмкинме?

Айрат.

Ағиҙел ҡалаһы.

Эйе, ул стажға инергә те­йеш. Љануниәттә тулы бул­ма­ған эш көнөн стажға индереүҙе тыйыу тураһында һүҙ юҡ. Шуға хеҙмәт эшмәкәрлегенең был осорона ла иҫәп тота алаһығыҙ (Рәсәй Хөкүмәтенең 2002 йылдың 24 июлендә ҡабул иткән ҡарары).

Ваҡыты төрлө булһа ла...

Күптән түгел һыуытҡыс һатып алғайным, ике гарантия талоны бирҙеләр. Уның берәүһенең ваҡыты – бер, икенсеһенеке – ике йыл. Быны нисек аңларға?

Алһыу.

Өфө районы.


Ысынлап та, бындай хәлдең булыуы бик мөмкин. Етеш­те­реүсе үҙе лә, һатыусы ойош­ма ла гарантия талонын бирә ала. Ләкин икенсеһе етештереүсе ҡуйған ваҡыттан кәм булырға тейеш түгел. Шулай итеп, бер йыллыҡ гарантияны – етештереүсе, ә ике йыллығын һатыусы вәғәҙә итһә, был закон талаптарына тап килә. Ћөҙөмтәлә бер йыл эсендә дәғүәләр менән етештереүсегә мөрәжәғәт итергә мөмкин, ике йыл эсендә иһә һыуытҡыс бо­ҙолған хәлдә һа­тыусыға бара алаһығыҙ (“Љул­ланыусы­лар­ҙың хоҡуҡта­рын яҡлау тура­һында”ғы Федераль закондың 19-сы стать­яһы).

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.



Вернуться назад