Суд залынан26.06.2015
Ҡануниәттәге етешһеҙлекме, әллә мутлашыумы? Башҡортостандың Конституция суды фатир хосусилаштырыу положениеһының республиканың Төп законына тура килеү-килмәүен тикшерҙе. Юғары суд органына был мәсьәлә буйынса Өфөлә торлаҡ һатып алған Дмитрий Порозов мөрәжәғәт иткән булған. Был юлы суд ултырышы Хөкүмәт йортонда Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынан тәжрибә уртаҡлашыу өсөн саҡырылған студенттар ҡатнашлығында үтте.
2010 йылда Дмитрий Порозов баш ҡалала йәшәгән Сәфәр Ҡараҙбаевтан бүлмә һатып ала. Ул мәлдә торлаҡ милексеһе берәү генә була, әммә һуңынан фатир һатыусының ҡатыны бәлиғ булмаған балалары барлығын белдерә һәм һатыу-һатып алыу киле­шеүен ғәмәлдән сығарыуҙарын һорай. Юғары суд был мөрәжәғәтте ҡәнәғәт­ләндерә. Һөҙөмтәлә Дмитрий Поро­зов­тың фатирҙан да, аҡсанан да ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Хәҙер ул торлаҡты хосусилаштырғанда балаларын күрһәтмәгән Ҡараҙбаевтың ҡылығы законлымы-түгелме икәнен тикшертә. Дәғүәсенең вәкиле Фәрит Яруллин, торлаҡ хосусилаштырыу тураһындағы положениела бәлиғ булмаған ғаилә ағзаларын мотлаҡ күрһәтеү тураһындағы пункт юҡ, тип белдерә һәм, уларҙың барлығын белгертеү кәрәк, тип һанай.
– Кире осраҡта был алдан уйла­ныл­ған мутлашыу килеп сыға. Конституция суды ҡануниәткә үҙгәрештәр индерергә тейеш. Юғиһә теләһә ҡайһы һатыусының һуңынан бәлиғ булмаған балалары килеп сығып, фатирын кире талап итеүе бар, — ти хоҡуҡ белгесе. Ултырышта баш ҡаланың һәм республиканың власть органдары вәкилдәре хоҡуҡ белгестәре һәм юғары уҡыу йорттарының юридик факультет студенттары фекер алышты. Конституция суды дәғүәне кәм тигәндә ике ай ҡараясаҡ. Уларҙың ҡарарынан һуң ҡануниәткә үҙгәрештәр индере­ләсәкме-юҡмы икәнлеге билдәле булыр.






Вернуться назад