Атайым хәтирәләренән24.06.2015
Атайым  хәтирәләренән Атайымдың хәрби юлына ҡағылышлы мәғлүмәт туплаған саҡта бынан ҡырҡ йыл элек Ейәнсура районының “Октябрь байрағы” гәзитендә баҫылған мәҡәләһенә юлыҡтым.

Бына ни тиелә яҙмала: “Ҡайҙа һеҙ, полк­таштар! Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғы­шы­ның һуңғы залптары туҡталыуға утыҙ йыл тула. Әммә Тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн алып барылған яу картиналары һәм эпизодтары, дошман өҫтөнән еңеү яулап, һинең менән бергә һуғышҡан иптәштәр хәтерҙән сыҡмай.
Мин фронтта 300-сө удар уҡсы диви­зияның 1049-сы полкына ҡараған 1-се миномет ротаһы составында ҙур хәрби юл үттем.
Минең менән бергә был часта Утарбаев (һуғышҡа тиклем Түбә ҡасабаһы Советы башҡарма комитетының рәйесе булып эшләгән), Әмин Хәким улы Хоҙай­ғолов (Түбә ҡасабаһынан), Буранбаев (һуғыштан һуң Беренсе Этҡолда кол­хоз рәйесе булып эшләне) һәм Мөхә­мәт­килдин кеүек гвардеецтар һуғышты.
Хәҙер полкташтарымдың ҡайҙа йә­шәгәнен белмәйем. Әгәр ҙә улар үҙҙәре тураһында хат яҙһа, бик шатланыр инем. Мин Ейәнсура районының Үрген ауылында йәшәйем. Хөснөлхаҡ Әбделбарый улы Әхтәмов булам”.
Мәғлүмәт ваҡытында район сиктәренән ары таратылмағандыр. Эйе, ғәрсел дә, намыҫсан да коммунист-колхозсы булараҡ, ул йәмәғәт эше өсөн янды. Шуға ла атайым иҫән сағында полкташтары менән осраша алманы тип фараз ҡылам. Шулай булмаһа, был хаҡта беҙгә мәғлүм булыр ине бит!.. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығында уның хат-хәбәрен Башҡортостаныбыҙ кү­ләмендә баҫтырғанда, бәлки, атайы­быҙҙың полкташтарының нәҫелдәре үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашыр тигән өмөттәмен.
Ҡәҙерлем хаҡында бер аҙ мәғлүмәт биреү ҡыҙыҡлы булыр. Атайым 1905 йылда Үрген ауылында тыуған. Ул бик тырыш, егәрле һәм ныҡышмал була. 1927 йылда яңы ғына ойошторолған “Ҡыҙыл Таң” колхозына беренселәрҙән ағза булып инә. Башланғыс белем менән генә бригадир, фер­ма мөдире, хатта колхоз рәйесе, һуңыраҡ колхоздың ревизия комиссияһы ағзаһы була. Һуғыш башланғас, тарихҡа киң билдәле булған Сталин­градтың утлы ҡойонона барып эләгә. Унан һуң данлыҡлы 300-сө дивизия Новочеркасск эргәһендәге Дон йылғаһын кисеп, Донбасс ҡалаһын азат итә.
Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес 1944 йылының ноябрендә Коммунистар партия­һы сафына инә. Был уға тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй. Атайым уҡсы ла, пулеметсы ла була, илебеҙҙең ҡала-ауылдарын, дөрөҫөрәге, Сталинград, Украинаның Донецк (элекке Сталино) ҡалаһын, Көнсығыш Европа илдәрен һәм ерҙәрен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Уға һуғышта өс тапҡыр яраланып, госпиталдә ятырға тура килә.
Атайымдың күп миҙалдары уның һуғышта үткән ҡаһарман юлының тыныс хеҙмәттәге сәмле дауамын көйләп сыңлай кеүек.
Биш бәләкәй бала менән ирен һуғышҡа оҙатып ҡалған әсәйем Мәсәүәрә Шәй­хет­дин ҡыҙы һары таңдан ҡара кискә тиклем ал-ял белмәй тылда хеҙмәт итә. Ул яҙғы, көҙгө баҫыу эштәрендә ҡатнаша, гектарлап көнбағыш утай. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар колхозсыларға тәмле икмәк бешерә. Утыҙ алты йыл күҙҙәре насар күргән бейеме менән үҙ-ара аңлашып, ярҙамлашып, татыу ғүмер итә. Әсәйемдең миҙалдары ла уның фиҙакәр хеҙмәтен раҫлай.
Һуғыштан һуң атайым ең һыҙғанып эшкә тотона. Уның тынғы белмәҫ ҡулдары һәр нәмәне оҫта башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, туған колхозын ат арбаһы, һәнәк-тырмалар менән тәьмин итә. Ә 1975 йылғы ҡоролоҡ осоронда колхозға 75 центнер япраҡ һәм имән сәтләүеге әҙерләп тапшыра. Уға был ваҡытта 70 йәш була! Уның маҡтаулы хеҙмәте Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән баһалана. Шулай яу юлдарын үткән ҡаһарман хеҙмәттә лә уңған булып ҡала белгән. Һуғыштан һуң атайым менән әсәйем тағы ла өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Улар үҙҙәренең тырыш­лығы менән бөтөн балаларына ла юғары һәм махсус белем алырға ярҙамлаша.







Вернуться назад