1990 йылда Американың Флорида штатында күренекле ғалим С.А. Зеньковский вафат була. Ул 1905 йылда Рәсәйҙә тыуған. Ата-әсәһе Граждандар һуғышы осоронда Тыуған илде ташлап сығып китергә мәжбүр була. Әле ҡанаттары нығынып та өлгөрмәгән малайҙы ла алалар. Улар Чехословакияға барып төпләнә. Зеньковский Прага университетын тамамлай. Әйтергә кәрәк, ул ҡатмарлы һәм ауыр тормош юлы үтә. Сергей Александрович хеҙмәт юлын техник фирмаларҙың береһендә башлап, бер нисә йыл университетта уҡыта, профессор дәрәжәһенә күтәрелә. Икенсе донъя һуғышынан һуң Мюнхен политехник университетында эшләй, ә 1949 йылда Ҡушма Штаттарға китә. Унда университеттарҙа лекция уҡый. Оҙаҡ ваҡыт Гарвард университетының рус ғилми-тикшеренеү үҙәгендә эшләй. Рәсәйҙең тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм динен ныҡлап өйрәнә.
Фәнни яҡтан эҙләнеү даирәһе ғәйәт киң була. Боронғо рус әҙәбиәтен һәм Достоевский әҫәрҙәрен тикшерә. Шулай уҡ ХХ быуатта Ҡырым татарҙарының фажиғәле яҙмышын тасуирлай. “Игорь полкы хаҡында һүҙ” ҙә, Рәсәйҙә Ислам проблемалары ла уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. 1960 йылда Гарвард университетында “Рәсәйҙә пантюркизм һәм Ислам” тигән фундаменталь хеҙмәтен баҫтырып сығара. Күп йыллыҡ был әҫәрендә Зеньковский ХХ быуат башында төрки халыҡтарының милли азатлыҡ көрәшен һүрәтләй. Тәрән һәм ентекле яҙылған хеҙмәте Көнбайыш йәмәғәтселегендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шуға ла хеҙмәт емеше 1967 йылда АҠШ-та ҡайтанан донъя күрә. Төркиә уны 1974 йылда баҫтырып сығара. Китаптың бер бүлеге “Кесе Башҡортостан”ға арналған. Был 1917—1922 йылдарҙа Башҡортостандағы сәйәси хәлдәр тураһында иң ентекле яҙылған әҫәр булып тора. СССР-ҙағы һәм Көнбайыштағы ғалимдарҙың тарихи материалдарына таянып, Зеньковский ниндәй ғазаптар һәм ҡыйынлыҡтар менән тәүге автономиялы башҡорт дәүләте төҙөлөүен күрһәтә. Башҡорт халҡы күпме ҡорбан биргән, күпме көс түккән — барыһын да ентекләп яҙа.
Автор башҡорт милли хәрәкәтенең юлбашсыһы Зәки Вәлидиҙе лә артыҡ идеаллаштырмай. Ул туранан-тура былай тип яҙған: “Вәлиди артыҡ сәйәси оптимизм күрһәтә. Йыш ҡына Мәскәүҙән сыҡҡан буш вәғәҙәләргә, ымһындырыуҙарға ышанып, совет власының, етәкселәренең мәкерле уйын аңлап бөтмәй. Шулай ҙа ныҡышмалы сәйәсмән Вәлиди өс йыл эсендә Урал — Волга төбәгендә автономиялы Башҡортостан төҙөй һәм уның яҙмышы менән тулыһынса идара итә”. Автор бик күп һандар килтерә, фекерен дәлилләй. Шуны ла әйтергә кәрәк: тарихыбыҙға бер Сергей Зеньковский ғына туҡталмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп сит ил ғалимдарының Башҡортостанға арналған хеҙмәттәре уҡыусыларға билдәле түгел.
Башҡорт автономияһы хаҡында яҙған икенсе бер американ — Ричард Пайнстың әҫәрҙәрен күптәр белмәй. Шулай уҡ башҡорттарҙың Пугачев ихтилалында ҡатнашыуы хаҡында немец ғалимәһе Доротея Петерстың яҙмаларын да уҡығаныбыҙ юҡ. Ошо уҡ ихтилалда ҡатнашҡан башҡорттар хаҡында американ Джордж Александер, унан алдағы башҡорт восстаниелары тураһында яҙған француз Пьер Паскалдең әҫәрҙәрен дә рус, башҡорт телдәрендә тотоп ҡарағаныбыҙ юҡ. Башҡорт, татар тарихы мәсьәләләре тураһында күренекле немец ғалимы Бертольд Шпулер ҙа хеҙмәт яҙған. Тик уларҙың яҙмаларын ҡасан күрербеҙ икән? Әлегә ғалимдарыбыҙ өндәшмәй. Уларға Башҡортостан тураһында яҙып та саң ҡунып ятҡан сит ил ғалимдарының әҫәрҙәрен ныҡлап тикшерәһе лә тикшерәһе ине...
Марс НУРИЕВ,
яҙыусы.