Уңғандар һөнәрен күрһәтте24.06.2015
Уңғандар һөнәрен күрһәтте “Ергән” МТС-ы Ишембай бүлексәһенең Әхмәр һөтсөлөк фермаһында машина менән һауыу операторҙарының, яһалма ҡасырыу техниктарының һәм һөтсөлөк фермалары мөдирҙәренең конкурсы булды. Йыл һайын ойошторолоп килгән ярыш был юлы ла үҙ һөнәренең оҫталарын йыйҙы.


Сараның тәүге өлөшөндә малдарҙы ҡыш­латыу, йәйләүҙәргә күсереү буйын­са эш һөҙөмтәләре барланды. Район­дың баш зоотехнигы Миңлейәр Ҡаһиров, йом­ғаҡ яһап, мал һанының һаҡланыуын бил­дәләне. Сығышта йәйге осорҙа улар­ҙы аша­тыу, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙер­ләү мәсьә­ләләренә ҙур иғтибар бирелде, шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәр ҙә бил­дә­ләнде.
Йәйләүгә күсеү һөҙөмтәләренә кил­гәндә иһә, районда барлыҡ хужалыҡтар ҙа тиерлек был эште теүәлләгән. Әҙерлек яҡшы кимәл­дә. Быйыл “Интернационал” яуап­лы­лығы сикләнгән йәм­ғиәте йәйге лагерҙы һөт үткәргестәр менән йыһазлан­дырған. Хәҙер һөт тура һыуытҡыстарға китә. Бер юлы һигеҙ һыйыр һауыла. Йәйләүҙәрҙә бындай һөт үткәргестәрҙе “Интернационал” районда тәү башлап ҡуйған. Ошо уҡ хужа­лыҡта яңы тыуған быҙауҙар өсөн япма аҫ­тында урын да булдырғандар. Был йәш малға нығын­ған­сы әсәләре эргә­һендә булып, һөт имеҙеү маҡсатында эшләнә. Киләсәктә был ысул­ды башҡа хужалыҡтарҙа ла ҡулланыу күҙаллана.
Уңғандар һөнәрен күрһәттеШулай уҡ сарала һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу әһәмиәте тураһында файҙалы мәғлүмәт ишетеп булды. Белгестәр һыйырҙың быуаҙ булыу-булмауын асыҡ­лай торған сканер ҡорама­лының нисек эшләүен дә күрһәтте.
Сараның икенсе өлөшө лә ҡыҙыу бар­ҙы. Һауынсылар белемдәрен тел­дән һы­наны, һауын аппаратын һүтеп-йы­йыу­ҙа, һыйыр һауыуҙа ярышты. Һөттөң таҙа­лы­ғы ла иҫәпкә алынды. “Ергән” МТС-ының Ишембай филиалынан Ғәлинур Рәхимов I урынға сыҡ­ты, шул уҡ хужа­лыҡтан Ринат Биғолов – II урында, “Интернационал”дан Екатерина Кузнецова III урында.
Яһалма ҡасырыу техниктары ара­һын­дағы ярышта 100 мөмкинлектән 99 балл йыйып, “Интернационал”дан Ксения Вороширина I урынға лайыҡ булды, II урын­ды – “Победа” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәтенән Фәнис Ғәйетов, III урынды ветеринария станцияһынан Айҙар Хәсә­нов яуланы.
Ферма мөдирҙәре араһында беренселек Әхмәр һөтсөлөк фермаһынан Гүзәл Насировала булһа, II урында – Сәлих фермаһынан Рәшит Насиров, III урында – Көҙән фермаһынан Светлана Ғәйетова.
Еңеүселәрҙе алда тағы ла ҙурыраҡ һынау көтә – улар республиканың һөнәр оҫталары менән ярышасаҡ. Быйыл яһалма ҡасырыу техниктары Көйөргәҙелә йыйыласаҡ.






Вернуться назад